“Кроношпан”ға эшкә кил!18.02.2015
Үткән ял көндәрендә ҡаланың “ВДНХ-Экспо” майҙансығында “Кроношпан Башҡортостан” йәмғиәте вакансиялар йәрминкәһе уҙғарҙы. Утыҙ йүнәлеш буйынса, атап әйткәндә, финансист, химик, тәржемәсе, ағас эшкәртеүсе һөнәрҙәренә дүрт меңдән ашыу анкета ҡабул ителгән. Яҡын арала бындай йәрминкәләрҙе ойоштороу күҙалланмай, шулай ҙа теләгәндәр ғаризаһын йәмғиәттең рәсми сайтында ҡалдыра ала.
“Кроношпан” компанияһы Башҡортостанда йыл һайын 2,5 миллион кубометр ағас эшкәртмәксе. Шуныһы мөһим: ҡырҡылғаны урынына яңыһы ултыртыласаҡ. Тимәк, урман тергеҙелеп барасаҡ. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, проектҡа 8,5 миллиард һум күләмендә инвестиция йәлеп ителгән. Киләсәктә, сәнәғәттең үҫеш кимәленән сығып, был һандың ике тапҡырға артыуы ихтимал.
Тармаҡта әлегә 250 кешегә эш урыны булдырыла. Республика Хөкүмәте ағас эшкәртеү сәнәғәте башҡа йүнәлештәрҙе лә үҫтереүгә (ағас әҙерләү, йорт йыһаздары эшләү, транспорт хеҙмәте һ.б.) булышлыҡ итер тип ышана. Был иһә дүрт меңдән ашыу кеше эш урыны табасаҡ тигән һүҙ.