Бушлай ярҙам күрһәтелә18.02.2015
Хәҙер Өфөлә “Башҡортостан Республика­һының ветерандар ойошмалары берләшмә­һе” ассоциацияһында Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби бәрелештәр ветерандарына бушлай юридик хеҙмәт күрһәтелә. Љабул итеү бүлмәһе даими эшләй.

Ошо көндәрҙә бында Ватандан ситтә хеҙ­мәт иткән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнөнә һәм ойошманың төҙөлөүенә арналған тантаналы йыйылыш уҙҙы. Унда Башҡортостан Башлы­ғы Хакимиәте, төбәктәге йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов ҡатнашты.
– Бөгөн әллә күпме ветерандар ойошмаһы булһа ла, уларҙың барыһы ла граждандарҙы кәрәкле кимәлдә хеҙмәтләндермәй. Ассоциация улар­ҙың эшмәкәрлеген көйләйәсәк. Ветеран­дар­ҙың хоҡуҡи ярҙам алыу мәсьә­ләһе лә бик мөһим, – тине Иршат Фәх­ретдинов.
Ҡабул итеү бүлмәһе Өфө ҡалаһының Менделеев урамындағы 134-се йортта урын­лашҡан.



Вернуться назад