Йөрәк һаман һыҙлай18.02.2015
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин Октябрьский ҡалаһында Ватандан ситтә хеҙмәт иткән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнөнә арналған тантанала ҡатнашты.
– Афғанстандағы һуғыш туғыҙ йылдан ашыу дауам иткәйне, – тине парламентарий. – 15 меңдән ашыу совет яугире сит ерҙә һәләк булды. Был ваҡиғаға әллә күпме ваҡыт үтһә лә, әсәйҙәрҙең, атайҙарҙың, тол ҡатындарҙың йөрәге һаман һыҙлай. Яуҙа һәләк булғандарҙың рухы алдында баш эйеп, хәрби бәрелештәрҙә сәләмәтлеген, күңел тыныслығын юғалтып ҡайтҡандар, хәрбиҙәрҙең ғаиләләре тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ.
Ћуңынан Рафаэль Мәрҙәншин ҡаланың Спорт һарайында билбау көрәше буйынса Башҡортостан беренселеген асыу тантанаһында ҡатнашты.