Һәр кемгә – айырым иғтибар18.02.2015
1 ғинуарҙан “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереүҙең нигеҙҙәре тураһында”ғы Закон үҙ көсөнә инде. Ул Башҡортостанда нисек тормошҡа ашырыла? Республика Хөкүмәтендә ошоға арналған кәңәшмәне Рәсәйҙең Федерация Советындағы Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова алып барҙы.
– Социаль хеҙмәтләндереү өлкәһе оҙаҡ йылдар үҙгәртеп ҡороуға мохтаж булды, уны көйләгән закондар иҫкергәйне, – тине Лилиә Ғүмәрова. – Яңы ҡанун граждандарҙың барлыҡ хоҡуҡтарын һаҡлап ҡына ҡалманы, ә уларҙың мөмкинлеген дә арттырҙы.
Яңы законға ярашлы, хеҙмәт күрһәтеләсәк һәр кемгә айырым программа эшләнергә тейеш, унда кешенең ниндәй шарттарҙа йәшәүе, ниндәй ярҙамға мохтажлығы иҫәпкә алына. Күрһәтелгән хеҙмәттең сифатын баһалауға йәмәғәтселек ойошмалары һәм белгестәр йәлеп ителәсәк.