Ашханала хаҡ үҙгәрмәне18.02.2015
Бар нәмәгә түләү артһа ла, Өфөнөң дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары өсөн ҡайнар аш хаҡы үҙгәрмәне.
Муниципалитет шундай ҡарар ҡабул итте. Ҡала бюджетынан етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм, имен булмаған, аҙ тәьмин ителгән, ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн адреслы ярҙам күләме билдәләнгән.