Йылы мөнәсәбәт тә мөһим18.02.2015
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров белдереүенсә, былтыр 7 867 һуғыш ветераны дауаханала һаулығын нығытҡан.
Көндөҙгө стационарҙа дауаланған ҡарттар һаны 26 мең, шуларҙың 3 784-е – һуғыш ветераны һәм инвалиды. 6888-енә өйгә килеп ҡарау ойошторолған.
Бөгөн диспансер иҫәбенә 60 меңдән ашыу ветеран алынған, улар араһында инвалидтар, тыл хеҙмәтсәндәре, тол ҡатындар, Ленинград блокадаһын кисергәндәр, концлагерҙың бәлиғ булмаған әсирҙәре бар.
Ветерандар күп осраҡта йөрәк-ҡан тамырҙары, ашҡаҙан-эсәк юлы, һөйәк-быуын ауырыуҙары менән мөрәжәғәт итә. 4 меңгә яҡын кеше – инвалид.
– Хаҡтарҙың артыуына ҡарамаҫтан, оло йәштәгеләрҙе кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеү, медицина хеҙмәтләндереүен юғары кимәлдә атҡарыу мөһим. Ветерандарға дауаханала ла, поликлиникала ла өйҙәгегә ҡарағанда ла йылыраҡ мөнәсәбәт булдырылырға тейеш, – тип белдерҙе республика Башлығы Рөстәм Хәмитов.