Һәйкәл генә түгел, хәтер ҙә18.02.2015
Башҡортостанда 661 һалдат ҡәберлеге бар, шуларҙың дүртәүһе – сит илдеке, унда әсир ителгән һәм тотҡонға алынғандар ерләнгән. Был хаҡта Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында республиканың хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Рәмил Баһауетдинов хәбәр итте.


Сарала шулай уҡ Әлшәй районындағы, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларындағы ҡәберлек­тәр­ҙең тейешле кимәлдә тәрбиәләнеүе һәм күҙәтеү аҫтында булыуы хаҡында әйтелде. Был эште рес­пуб­ликаның башҡа төбәктәрендә лә тиҙ арала атҡарып сығыу ихтыяжы телгә алынды.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Алек­сей Изотов, Әлшәй районы хакимиәте башлығы Да­мир Мостафин һәйкәл, монумент, обе­лиск­тарҙы тө­ҙөкләндереү бары­шы менән таныштырҙы, ауыл билә­мә­лә­рендәге “мәң­гелек ут”ты хеҙмәтләндереү мәсьәләһен күтәрҙе. Дамир Радик улы был объект­тарҙы тәрбиәләү йылына 150-200 мең һум талап итеүен, уны биләмә ҡаҙнаһынан бүлеү ҡы­йынға төшөүе хаҡында әйтеп, газ тармағы вәкил­дәрен 15 апрелдән 15 майға тиклем район үҙәк­тәрендәге “мәңгелек ут”ты яғыулыҡ менән өҙлөк­һөҙ тәьмин итергә саҡырҙы.





Вернуться назад