Вайымһыҙҙар илеме ни беҙ?..17.02.2015
Өфөнән Бишбүләк яҡтарына тура ғына үтеп булмай, урап-урап керергә кәрәк. Шуғамы икән, убалар араһында ятҡан төпкөл төбәк тәьҫире ҡалдыра ул тәүге ҡарашҡа. Әле февраль айында китеп барғанда ошо уҡ районға былтыр июндә килеүем иҫкә төштө: ул осорҙа йылы ямғырға туйынып өлгөргән йәм-йәшел убалар иҫ киткес матур ине...

Почта бүлексәһенә ингәс тә ошо гү­зәл­лек тыуҙырған тәьҫорат онотолоп торҙо: ишеккә хәтлем сират һуҙылған. Ике почта хеҙмәткәре халыҡты саҡ хеҙ­мәтләндереп өлгөрә, минең менән һөй­лә­шеү түгел, күтәрелеп ҡарарға ла фор­саттары юҡ. Шулай ҙа, көтөп тороп булһа ла, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе алдым. Тик уны ҡарағас, кәйеф тағы ла нығыраҡ төштө: Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идара­лы­ғы мәғлү­мәттә­ренә ҡарағанда, “Башҡорт­ос­тан” гәзитен районда 2014 йылдың беренсе ярты­һында – 62, шул уҡ йылдың икенсе яртыһында 15 дана ғына алдырғандар.
– Беҙ матбуғатҡа, шул иҫәптән баш­ҡортса гәзит-журналға яҙылыу һәм яҙ­ҙыртыу буйынса эш алып барабыҙ, ләкин бөтөн булған тырышлыҡты почта юҡҡа сығара, – тине район хакимиәте баш­лығы Наил Ғатауллин. – Миңә, хакимиәт башлығына, барлыҡ гәзиттәрҙе аҙна­һына бер килтерәләр! Тимәк, почтала йыйылып ята. Ә мин уларҙы нисек бер юлы уҡып өлгөрәйем?
Уйлап ҡараһаң, ғәжәп инде: почта бү­лексәһе хакимиәт бинаһына күрше урам­да ғына, нисек инде ул шул араны бер аҙна үтә? “Улай булғас, саҡ ҡына көтөп тороғоҙ, бөгөнгө һанды почта­нан йүгер­теп алып киләйем әле”, – тип шаяр­тырға уҡталдым да, тыйылып ҡалдым. Район хужаһын һанға һуҡмаған кеүек булыр.
Был һөйләшеүҙән һуң ярты йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы. Мин тағы – район үҙә­ген­дәге почта бүлексәһендә. Уның етәк­се­һе Тамара Атаманова менән әңгә­мә­лә­шәбеҙ:
– “Башҡортостан” гәзитен 2015 йыл­дың тәүге яртыһында бишбүләктәр 13 да­на ғына алдыра. Шул хәтлем дә кә­ме­үенең сәбәбә ниҙә? Ра­йонда башҡортса уҡый белгәндәр ҡайҙа булған һуң? – тип һорайым унан.
– Бер ҡайҙа ла юғалманы улар, – тине Тама­ра Николаевна. – Өйөнә гәзит кил­һә, уҡыйҙар инде, ләкин, матбуғат баҫ­маларының хаҡы арта барыуы сәбәпле, күптәр ведомстволарға һа­лыш­ты. Эш урынына гәзит-журнал килһә, өйөнә алдырып тормай бит инде. Пенсионерҙар иһә китапханаға барып уҡый ала. Ҡим­мәтселек заманы бит, ни эшләйһең... Ни өсөн ҡырҡа кә­менеме? Сәбәбе ябай – ведомстволар былтыр көҙ баҫмаларға яҙылманы тиерлек. Хакимиәт йыл аҙа­ғына хәтлем һуҙып килде, артабан инде аҡсаһыҙлыҡ бәкәлгә һуҡты, декабрь аҙағына ҡәҙәр ойошмаларға яҙҙыра алмай ҡалдылар.
– Уның ҡарауы, “Единая Россия. Баш­корт­ос­тан” гәзите районда 140 дана тарала икән.
– Эйе, был баҫманы таратыуға иғти­бар ҙур.
Район хакимиәте башлығы был юлы уры­нында булмай сыҡты. Урын­ба­ҫа­ры­на, район ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Әғләнур Бәшәровҡа, килергә йыйыныуыбыҙ тураһында ике көн алда әйтеп ҡуйһаҡ та, ул беҙҙе күреүгә бик үк шатланманы шикелле:
– Гәзит вәкилдәрен хакимиәттең мәғ­лү­мәт бүлеге ҡабул итә, матбуғатҡа яҙылыу тураһын­да шулар менән һөйлә­шегеҙ! – тип ҡырт киҫте.
– Улай булғас, әйҙәгеҙ, матбуғатҡа яҙы­лыуҙы ситкә ҡуйып тороп, һеҙҙең йүнәлеш хаҡында фекер алышайыҡ, – тим. – Былтыр көҙ районда ведомстволар матбуғат баҫмаларына яҙылма­ған икән. Һәр хәлдә – “Башҡортостан” гәзи­тенә. Матбуғатты ойошмаларға яҙҙырыу өсөн, тәби­ғи, аҡса кәрәк. Уны иҡтисад бирә, ә район иҡ­ти­садының нигеҙе – ауыл хужалығы, был тар­маҡ­ҡа һеҙ етәк­селек итәһегеҙ. Ни өсөн Бишбүләк иген­селәре һәм малсылары бер нисә тиҫтә “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙырырлыҡ та аҡса эшләй алмай?
– Белмәйем, мин хужалыҡтарҙың күп­ме килем алыуын һанамайым, – тип аптыратты Әғләнур Кәрим улы.
– Аҡса һанамайынса иҡтисадҡа идара итеп буламы ни?
– Бөтә килем банктар аша үтә, мин уны күрмәйем дә...
Бәшәровтың өҫтәлендә “Республика Баш­корт­остан”, “Кызыл таң”, “Единая Россия. Башкортостан” гәзиттәре ята. Бөгөнгө һандар. Ә ҡай­ҙа “Баш­ҡорт­ос­тан”? Шул саҡ Бәшәровтың ҡабул итеү бүлмәһендә секретарь ҡыҙ менән һөйлә­шеүем иҫкә төштө: мин уға “Башҡортос­тан” менән “Республика Башкортостан” гәзит­тә­ренең айырым баҫма икәнлеген аңлата алмай бер булдым. Күрәһең, исемдәрҙең оҡшашлығы шулай яңы­лыш­ты­ралыр. Хәйер, бер уны ғына тү­гел. Бик күптәр “Башҡортостан” гәзите – “Республика Башкортостан” гәзитенең тәржемәһе (дубляжы) тип уйлай. Бәғ­зе­ләр, башҡортса гә­зит­тән баш тартып, был баҫманы “төп нөсхә­һендә” генә уҡыуҙы хуп күрә.
Был турала әйткәс, Әғләнур Кәрим улы секретарша ҡыҙҙы саҡырып индер­ҙе:
– “Башҡортостан” менән “Республика Баш­кортостан” гәзиттәре араһында айырма күрәһе­геҙме? – тип һораны ул (әлбиттә, хакимиәт башлығы урынба­ҫары үҙе быны белә).
– Юҡ, күрмәйем, – тине ҡыҙ.
– Ә быныһы ниндәй гәзит? – тип “Кызыл таң” гәзитен алып күрһәтәм.
– Уныһы башҡортса сыҡҡан гәзит булырға тейеш, – тине ҡыҙ.
– Ә һеҙ башҡортса уҡый беләһе­геҙме?
– Юҡ.
– Улай булғас, “Кызыл таң”дың баш­ҡорт телендә сыҡҡан баҫма икәнен нисек раҫлай алаһығыҙ?
Ул иңбашын һелкетеп кенә ҡуйҙы. “Юҡ-бар менән башты ҡатыраһығыҙ” ти­гәнде аңлатты был, ахырыһы. Бә­шәров ҡыҙға баҫмаларҙың айырмаһын төшөн­дөргәндән һуң бухгалтерияға шылтыратты: “Быйылғы икенсе ярты йыллыҡта беҙҙең идаралыҡ бер дана “Башҡорт­ос­тан” гәзитен дә алдырырға тейеш. 1 ап­релгә саҡлы иҫке хаҡтар буйынса өлгөрөп ҡалығыҙ!”
Юҡ, мин һис тә Бишбүләк районында ғына кадрҙар шундай йәки был төбәктә генә “Баш­ҡорт­остан” гәзитенә ошондай ҡараш хөкөм һөрә тип раҫларға телә­мәйем. Бер Бишбүләк районы ғына булһа икән...
Ә бына башҡорт теле уҡытылған (шул нигеҙҙә милли рух та һаҡланып ҡалырға тейеш булған) ауылдарға үпкә ҙур. Аҙнай ауылы мәк­тәбендәге китапханала, мәҫә­лән, “Башҡортос­тан” гәзитен һорағас, хужабикә ҡайҙандыр кәш­тәләр аръяғы­нан баҫмабыҙҙың йома һа­нында сығып килгән төпләнмәһен генә алып күрһәтте. Тимәк, китапханаға гәзиттең аҙнаһына бер сыҡҡан һаны ғына килә! Башҡорт ауы­лындағы китапханаға! Бында ла шул уҡ сәбәпте атанылар: ойошмаларға подписка өсөн аҡса тинләп кенә бүленә. Ҡайҙандыр кемдер килтереп бир­гәнен көтөп ултырыу – беҙҙең милли ғәҙәтме икән әллә?
Районда сыуаштар ҙа байтаҡ, улар­ҙың те­лендә сыҡҡан “Урал Сасси” республика гәзитенең тиражы Бишбүләктә 261 дана тәшкил итә. Бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк!
Тағы ла шуныһы. Беҙ районда ярты көн генә булдыҡ, ләкин ошо арала ғына 10 дана “Баш­ҡортостан” гәзитенә яҙҙы­рып өлгөрҙөк: бер ойошма етәксеһе үҙ ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лығы айҡанлы предприятие иҫәбенә яҙҙырҙы. Күҙ алдына килтерегеҙ: ярты көн эсендә бер тиҫтә! Ә былтыр, мат­буғатҡа яҙылыу буйынса ярты йыл буйы дауам иткән осорҙа, 13 данаға ғына яҙ­ҙырып өлгөргәндәр! Күрәһең, бөтөн нәмә теләккә һәм яуаплылыҡҡа бәйле­лер.






Вернуться назад