Депутаттың батырлыҡ дәресе17.02.2015
Шамонин мәктәбендә Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов уҡыусылар менән осрашып, батырлыҡ дәресе үткәрҙе.
Ул үҙе – Афған һуғышында ҡатнашҡан яугир.
– Мәктәптәрҙә йыш булам. Һуңғы йылдарҙа егеттәр армияға барыу яғында, был мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынғандар арта. Яҙмышын хәрби хеҙмәткә бәйләргә теләгәндәр ҙә күбәйә. Илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләгән бындай осрашыуҙар йәш быуын өсөн айырыуса әһәмиәтле, – тип билдәләне Иршат Фәхретдинов.
Бынан тыш, депутат илдең оборонаға һәләтен үҫтереү мәсьәләһен күтәрҙе. Осрашыу аҙағында ул Шамонин мәктәбенә Калашников автоматын бүләк итте. Сара уҡыусылар әҙерләгән концерт менән тамамланды.