Имтиханға әҙерлек нисек?17.02.2015
Уҙған йома Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев төбәктәрҙең сираттағы Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлегенә ҡағылышлы видеоселектор кәңәшмә үткәрҙе. Сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Хөкүмәт Премьер-министры билдәләүен­сә, Берҙәм дәүләт имтиханы юғары уҡыу йорттарына ғәҙел рәүештә уҡырға инергә мөмкинлек бирә.
– Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә мәктәпте уңышлы тамамлаған уҡыусылар белем алыуын иң яҡшы юғары уҡыу йорттарында дауам итә ала икән, был үҙе үк — ыңғай һөҙөмтә, – тип билдәләне Дмитрий Медведев. – Тик сис­тема тағы ла яҡшыраҡ эшләргә, камилла­шырға тейеш.
Быйыл Рәсәйҙә 715 мең кеше БДИ тап­шы­расаҡ, Ҡырым һәм Севастополь уҡыусылары өсөн имтихан әлегә мотлаҡ түгел, әммә улар ҙа үҙҙәрен һынап ҡарай ала. Башҡортостанда иһә 22,5 мең уҡыусы һынау тотасаҡ. Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүҙең 118 пункты билдәләнгән. Ваҡытынан алда тапшырыу осоронда (март-апрель айҙарында) Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында өс пункт эшләйәсәк.





Вернуться назад