Ҡулдан килгәнсә ярҙам итәйек17.02.2015
Бөгөнгө юлдар яу яландарын хәтерләткәндәй: уларҙа әллә күпме кешенең ғүмере өҙөлә. Мәҫәлән, 5 февралдә Өфө – Љабаҡ юлында «SHACMAN» үҙбушатҡысы менән «Fiat Albea» еңел машинаһы бәрелешкәйне. Ћөҙөмтәлә Љырмыҫҡалы районының Иҫке Љыйышҡы ауылынан бер юлы дүрт кешенең – һигеҙ йәшлек улы Булат менән Рәшит Љасимовтың һәм 14 йәшлек ҡыҙы Айһылыу менән Гөлназ Кадрачеваның – ғүмере өҙөлдө. Ћәләк булғандар­ҙың ғаиләләренә әле матди ярҙам күрһәтелә.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса һәр ғаи­лә­гә 100 мең һум аҡса бүленде. Ћәләк булғандарҙың яҡташтары 170 мең һумлыҡ ярҙам йыйған. Өҫтәүенә Рәсәй Ћаҡлыҡ банкының филиалында аҡса күсереү өсөн махсус иҫәп асылды. Уға район предприятиелары, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең бер көнлөк эш хаҡын күсергән. Ошо сумманан Љасимовтар ғаиләһенең 65 мең һумлыҡ кредиты ҡапланған. Є Кадрачевтарға йорттарын төҙөп бөтөрөүҙә ярҙам күрһәтеләсәк.
Гәзит уҡыусылар ҙа был фажиғәгә битараф ҡалмаҫ, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Бының өсөн Ћаҡлыҡ банкындағы түбәндәге иҫәпкә аҡса күсерергә мөмкин:
42307810006008851143, алыусыһы – Љасимова Клара Дәүләтйәр ҡыҙы,
42307810006008851144, алыусыһы – Кадрачев Фаил Наил улы.





Вернуться назад