Йылайырҙан күңелгә йыр алып17.02.2015
Йылайырҙан күңелгә йыр алып Бөйөк Шәйехзада Бабич һуңғы һулыш алған, тупрағына изге ҡаны, һауаһына рухы һеңгән бәрәкәтле Йылайыр еренә аяҡ баҫҡанда, уның ошо шиғыр юлдары күңел ҡылдарын сиртеп үткәндәй булды:
“Эх, бөгөн донъя кейенгән ҡыҙға оҡшай ­– тәп-тәтәй,
Ҡыҙ булып баҫҡан тәбиғәт донъяға ап-аҡ тәпәй...”
Һа-ай, көнө ниндәй бит! Үркәс-үркәс тауҙарға, бәҫ ҡунған һомғол ҡарағайҙарға ҡарап йән наҙлана. Юлдаштарыбыҙҙың береһе әйтеп ҡуйҙы: “Йылайырҙар әҙәбиәт байрамына Хоҙайҙан сыуаҡ көн һорағандыр ул”.

Юлдаштар тигәндән, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рә­йесе Наил Ғәйетбаев, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, атаҡлы шағир Хәсән Назар, “Башҡорт­остан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Әлмира Шәрипова, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Ирек Амантаев һәм бән фәҡирегеҙ районға “Әҙәби нағыш” марафонын тапшырыу тантанаһына килеп төштөк. Унда беҙгә яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов ҡушылды.
Йылайырҙан күңелгә йыр алыпБайрам сараһы, Бабич һәйкәленә сәскәләр һалғандан һуң, Йылайыр урта мәктәбендә йәш шағирә, башҡорт һәм инглиз теле уҡытыусыһы Рузилә Иҫәнбаеваның шиғырҙарын тик­шереүҙән башланды.
Йылайырҙар әҙәбиәткә битараф түгел: райондың төрлө төбәгенән бай­таҡ халыҡ йыйылған ине. Иң башта Наил Ғәйетбаев Башҡортостандың әҙәби мөхите, бөгөнгө хәле, киләсәккә ҡорған пландар хаҡында бәйән итте.
– Райондар буйлап йөрөп, һәләтле йәш­тәрҙе табырға, үҫтерергә тырыша­быҙ, – тине ул. – Әлбиттә, уларҙың һәр береһе шағир йә яҙыусы булып китмәҫ. Иң мөһиме – күңелдәрендә әҙә­биәткә ҡарата һөйөү уты ҡабын­һын. Ут бар ерҙә йылылыҡ та, яҡты­лыҡ та була.
Артабан һүҙ дилбегәһе Ру­зиләгә бирелде. Шағирә үҙе менән таныш­тырҙы, шиғыр­ҙарын уҡып ишеттерҙе.
Оһолло фекер эйәһе Хәсән На­зарҙы халыҡ ихлас тыңланы. Уның Рузиләгә биргән ипле кәңәштәре зал­да ултырған башҡа әҙәбиәт һөйөү­селәрҙең дә йөрә­генә һеңгәндер:
Йылайырҙан күңелгә йыр алып– Рузиләнең шиғырҙарын уҡып сыҡҡас, уның эске донъ­яһына үтеп ингәндәй булабыҙ. Әлбиттә, ижад емештәрен камил тип әйтеп булмай әлегә. Ләкин ҡуҙ бар. Рухи тын өрөп ебәр­гәндә, ул то­ҡа­нырға ғына тора, – тип шағир моң юлына тәүге аҙым­дарын баҫҡан йәш ҡәләм­дәшенә ҡыҫҡаса ғына шиғыр серҙәрен һөй­ләне. – Кәрәккәнен – ал, кәрәкмәгәнен кеҫәңә һал. Тырышһаң, була.
Хәсән Назар, хәбәрен ослап, “Ши­ғыр” тигән әҫәрен уҡыны. Миңә ҡалһа, аҡһаҡал шағирҙың йәш моңдашына биргән фати­хаһы булып яңғыраны ул.
Яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовтың да өгөт-нә­си­хәттәре шағирә ҡолағынан яҙа китмәҫ:
– “Әҙәби нағыш” марафонының минең тыуған төйәгемә килеүе ҡыуаныслы. Шөкөр, районыбыҙҙа әҙәбиәт үгәй бала түгел. “Шишмәләр” әҙәби түңәрәге эшләй, гәзит-журналдарҙа яҡташтарымдың әҫәрҙәре донъя күреп тора.
Ә инде Рузилә минең күҙ алдымда үҫте. Шиғырҙарын бөгөн­гө ултырышҡа тикшертеүгә ҡуйыр­ға ҡыйыулығы еткән икән – өмөтлө. Хәсән ағайҙан һуң бер ни ҙә өҫтәп әйтә алмайым. Күңелеңдә шиғыр йөрөтөүең – үҙе матурлыҡ.
Йылайырҙан күңелгә йыр алып“Башҡортостан” гәзитенең баш мө­хәррире Нияз Сә­лимов матбуғатты бор­соған мәсьәләләр тураһында һөйләне, шағир булараҡ, Рузиләнең әҫәр­ҙәренә ҡарата яҙма рәүештә фекерҙәрен тер­кәгән ҡулъяҙ­маны ҡыҙға тапшырҙы, уның бер шәлкем шиғырҙарын “Башҡортостан” гәзитен­дә бирер­гә вәғәҙә итте.
Рузилә Иҫәнбаеваға ижад иленә аҡ юл теләп, мәҙәниәт һарайына йүнәлдек. Уның тупһаһынан уҡ рухи ташҡын ҡармап алды беҙҙе. Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин һәм Ҡырмыҫ­ҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов менән фойела ҡуйылған әҙәби күргәҙ­мәне ҡарап сыҡтыҡ. Һабыр, Ҡашҡар, Юлдыбай, Яманһаҙ, Бир­ҙәш, Йомағужа, Матрай ауылы мәктәптәре уҡыу­сыла­рының сығыштарын кинәнеп тамаша ҡылдыҡ. Уҡыусылар үҙҙәренең мәктә­бендә уҡыған шағир-яҙыусылар Мөслим Әб­сәләмов, Фәүзиә Юлдашбаева, Зөлфирә Ҡаҙаҡ­баева, Марина Трофимова, Зөл­фиә Хәкимова, Шәм­сиә Ислам­ғолова хаҡында мауыҡ­тыр­ғыс итеп һөйләне, хатта әҫәр­ҙәренән өҙөктәр уйнап күрһәтте. Бигерәк тә Хәйҙәр Тапаҡовтың “Тоҙло прәниктәр” хикәйәһе буйынса Һабыр уҡыусылары сәх­нәләштергән тамаша тәмле булды.
Йомағужа урта мәктәбе уҡыу­сыһы Фә­ниә Ҡаҙаева үҙе яҙған шиғырҙарын уҡып һоҡландырҙы. Ҡыҙыҡайҙың шиғыр­ҙары “Аманат” журналында ла баҫылған икән. Әҙә­биәт баҫыуына орлоҡ сәселгән, тимәк...
Йылайырҙан күңелгә йыр алыпМәҙәниәт һарайының залы шы­ғы­рым тулы ине. Дәррәү алҡыштар аҫ­тында Ҡырмыҫҡалы районы хаки­миәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллинға “Әҙәби нағыш” марафонының символын – Йылъ­яҙма-китапты – тапшырҙы.
– Ҡырмыҫҡалы менән Йыла­йырҙы күптән инде дуҫлыҡ еп­тәре бәйләй, – тине Фәнзил Фәйез улы. – Беҙ бөгөн ике район араһында иҡтисади килешеүгә ҡул ҡуябыҙ. Әҙәбиәт байрамында был, бәлки, сәйер һымаҡтыр. Ләкин иҡтисади үҫеш – рухи үҫешкә нигеҙ ул.
Ғөмүмән, Йылайырҙан йөрә­к­кә нур, күңелгә йыр алып ҡайттыҡ.







Вернуться назад