Ир-егеттең йәшен һорамайҙар08.02.2012
Ир-егеттең йәшен һорамайҙар“Юлдаш” радиоһынан ағылған йырҙы тыңлап, руль артында китеп барыуым:
Ир-егеттең йәшен һорамайҙар,
Ә эшләгән эшен һанайҙар...
Был йырҙың һүҙҙәре ошо көндәрҙә 75 йәшен артылған филология фәндәре докторы, профессор Кәрим Ғайса улы Ишбаевтың тап үҙенә тәғәйенләнгән кеүек тә баһа, тип һығымта яһап ҡуям. Танылған тел белгесенең юбилейына арналған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияны ойоштороу мәшәҡәттәре менән йөрөп ятҡанғамы, һуңғы арала бөтә уйҙарым уның ғилми эшмәкәрлегенә, йәшәгән йылдарына ҡайтып ҡала.
Әлбиттә, йәшәгән йылдарың түгел, ә башҡарған эштәрең халыҡ баһаларлыҡ булһын — тормоштоң мәғәнәһе лә шунда. Айырыуса үҙен ир-егетмен тип иҫәпләгән кешегә.
...Атаһы һуғышта һәләк булғанда, ғаиләләге иң өлкән бала Кәримгә ни бары дүрт кенә йәш тулып өлгөрә. Береһенән-береһе бәләкәй өс сабыйҙы аяҡҡа баҫтырыу, ай-һай, еңел булмағандыр яңғыҙ әсәгә. Ярай әле, балалары йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел. Айырыуса Кәрименә ҡарап күңелен йыуата әсә кеше: шул тиклем дә тырыш, бөтмөр, белемгә ынтылып ҡына торған улы үҫеп килә.
Ауылда ете класты тик яҡшы билдәләргә тамамлаған өмөтлө үҫмерҙе класс етәксеһе, ат егеп, 80 саҡрымда ятҡан Мораҡ педагогия училищеһына алып китә. Шулай итеп, тынғыһыҙ, аслы-туҡлы булһа ла, күңелле студент йылдары башлана. Ғәзиз әсәһен, ҡустыһы менән һеңлеһен күрергә тип, егет ҡышын — саңғыла, яҙын-көҙөн велосипедта тыуған яғына ашҡына. Педагогия училищеһында уҡып йөрөгән йылдарында уның күңелендә тел нескәлектәрен өйрәнеүгә тәүге ынтылыш уяна ла инде.
Йүнәлтмә буйынса Хәйбулла районында бер аҙ эшләп алғас, ул һабаҡташы Зиннур Ураҡсин менән Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына юл тота. Егеттәр уҡыған төркөм шундай көслө булып сыға: университетты тамамлағандан һуң 17 кешенең етәүһе фән докторы, береһе фән кандидаты булып китә! Улар араһында республикабыҙҙа киң билдәле шәхестәр — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы З.Ғ. Ураҡсин, профессорҙар Э.Ф. Ишбирҙин, Б.Ғ. Әхмәтшин, В.Л. Ибраһимова, Д.М. Азаматов һәм башҡалар бар. Бындай һабаҡташтар араһында артта ҡалырға хоҡуғың да юҡ: сәмләнеп алға һәм тик алға ынтылырға!
Һылыу ҡыҙ Йәмиләгә өйләнеп, тиктормаҫ Зөлфиәһенә атай булырға өлгөргән йәш белгес тыуған ауылында — Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбендә — уҡытыусы, директор урынбаҫары, аҙаҡ директор булып эшләй. Эштәр ҙә ыңғай бара, көнкүреш тә яйға һалынған кеүек, шулай ҙа ғилемгә ынтылған кешенең күңеленә нимәлер етмәгәндәй тойола. Үҙенең ябай ауыл уҡытыусыһы булып ҡына ҡала алмауын яҡшы аңлай Кәрим Ишбаев. Күпмелер уйланып йөрөгәндән һуң, Зиннур Ураҡсин етәкселегендә СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалына ситтән тороп аспирантураға уҡырға инә. Ихласлап, күңел биреп башҡарған эш үҙ һөҙөмтәһен оҙаҡ көттөрмәй: 1975 йылда “Башҡорт телендә инфинитив ҡылым формаһы” темаһына филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертацияны уңышлы яҡлай.
Бер йылдан һуң Ишбаевтар ғаиләһе Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына эшкә саҡырыла. Тәүҙә институттың филология факультетында уҡыта, башланғыс кластар факультеты асылғас, унда декан урынбаҫары, оҙаҡ йылдар кафедра мөдире вазифаларын башҡара.
Кәрим Ишбаев башҡорт теленең көнүҙәк мәсьәләләренә бағышланған күп һанлы монографиялар, уҡыу ҡулланмалары, һүҙлектәр, программалар, фәнни мәҡәләләр авторы булыу менән бер рәттән, студенттарҙың яратҡан уҡытыусыһы ла. Уның етәкселегендә бер докторлыҡ, алты кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған, биш аспирант фән өлкәһендә эҙләнеүҙәрен дауам итә.
Кәрим Ғайса улы бөгөн тормошонан ҡәнәғәт булып, ғаиләһе, балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Халҡы ла унан ҡәнәғәт: йәш быуынды тәрбиәләү өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре, фәнгә арналған ғүмере, йылдар һынауын үтеп, ысын мәғәнәһендә юғары баһаға лайыҡ булыуын раҫланы. Стәрлетамаҡ ҡалаһында төрки телдәре, шул иҫәптән башҡорт теле ғилеме буйынса тәүге фән докторы исемен лайыҡлы йөрөтә коллегабыҙ Кәрим Ғайса улы.
Гөлфирә АБДУЛЛИНА,
филология фәндәре докторы, З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы профессоры.


Вернуться назад