Тыуған яҡ мөғжизәләре17.02.2015
Тыуған яҡ мөғжизәләре Район хакимиәте ҡарарына ярашлы тыуған яҡты өйрәнеү, районыбыҙҙың тарихи, мәҙәни һәм тәбиғи мираҫын танытыу маҡсатында «Илеш районының ете мөғжизәһе» тигән конкурс үткәрелде. Унда ауыл Советы биләмәләре, халыҡ йәмәғәт ойошмалары ҡатнашып, Илештәге күренекле тарихи-мәҙәни урындарҙы, үҙенсәлекле тәбиғәт объекттарын, монументаль-сәнғәт һәйкәлдәрен тәҡдим итте. Конкурсанттар асыҡ тауыш биреү юлы менән билдәләнде. Уларҙың эштәрен тәҡдим итәбеҙ.

Әбей батша күпере

Легендаға ярашлы, Иҫәнбәт ауылына ингән ерҙә, «М-7» федераль трассаһында урынлашҡан күпер XVIII быуат аҙағында, Екатерина II батшалығы заманында, төҙөлә. Шуның өсөн ул халыҡ телендә «Әбей батша күпере» тип йөрөтөлә. Уны ауыл крәҫтиәндәре билдәһеҙ урыҫ төҙөүсеһе күҙәтеүендә эшләгән. Күперҙең киңлеге — алты, оҙонлоғо — 50, бейеклеге өс метр тәшкил итә. Уның аша 40 тоннаға тиклемге ауыр йөклө фуралар йөрөй. Сәғәт һайын 100 – 200-гә тиклем автомашина үтә. Күперҙән һуң текә тау башлана. Элек-электән ул хәүефле юл һаналған.
Тау битенән бик матур күренеш асыла: һәр яҡта – урман. Ауылды төньяҡтан уратып, Әүеште йылғаһы аға. Бер километр алыҫлыҡта «Әсәйҙәр шишмәһе» бар. Уның янындағы тау итәгендә һабантуй үткәрелә.
Бөгөн «Әбей батша күпере» үҙенсәлекле архитектура объекты һанала.
Фәнүнә АБДУЛЛИНА,
мәғариф ветераны.
Иҫәнбәт ауылы.

Һалҡын шишмә

Тыуған яҡ мөғжизәләреҮрмәт ауылының төньяғында урынлашҡан «Һалҡын шишмә» күптәргә таныш. Һыуы тәмле, шифалы. Лаборатор тикшереүҙәрҙән һуң шул асыҡланды: ул организмды нығытыу көсөнә лә эйә. Шуға күрә бында йыл һайын меңләгән кеше килә.
Шишмә янында ерек, муйыл, ҡарағат, ҡурай еләге, ҡомалаҡ һәм башҡа ағас-ҡыуаҡтар үҫә. Һауа саф һәм һалҡын, сәскә-үләндәрҙең хуш еҫе, ҡоштар моңо тирә-яҡҡа аһәң өҫтәй.

Лариса ШӘЙҘУЛЛИНА,
Миләүшә ҒИЛМЕТДИНОВА,
Үрмәт мәктәбе уҡытыусылары.



Татыш күле

Ул йомшаҡ, сөсө һыулы, балыҡҡа бай. Ярҙарын ҡуйы ҡамыш ҡаплап алған. Бында аҡҡош, ҡыр өйрәктәре һәм ҡаҙҙар оя ҡора. Аҡ һәм һары томбойоҡтар үҫә.
Татыш күле райондың төньяҡ-көнбайышына табан дүрт саҡрымға һуҙылған, майҙаны — дүрт гектар. Иң тәрән ере ете метрға етә.

Иҫке Татыш мәктәбенең «Йәш экологтар» берләшмәһе ағзалары.


Мәндиәр шишмәһе

Урындағы риүәйәттәргә ҡарағанда, Мәндиәр шишмәһенең атамаһы йорто һыуға яҡын урынлашҡан Айыу ауылы кешеһе исеменән килеп сыҡҡан. Тәбиғәт ҡосағынан урғылып сыҡҡан тәбиғи һыу таҙа, тәмле. Бынан дүрт-биш йыл элек райондың һәр ауылында тиерлек һыу менән проблема булды. Күлдәр кипкән, йылғалар һайыҡҡан, күп кенә инештәр юҡҡа сыҡҡанда Мәндиәр шишмәһе тәбиғәтебеҙгә тоғро хеҙмәт итте. Уның һыуын кешеләр эсеү, баҡсаларҙы һуғарыу өсөн файҙаланды, үҙҙәренә етерлек йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә алды. Күрше ауыл халҡы ла һыуҙан өҙөлмәне.
Сығанаҡ үҙенең тәбиғи бурысын да үтәй – уң яҡ ҡушылдыҡ булараҡ, Миңеште йылғаһын тулыландыра.

Илгиз СӘЛИМГӘРӘЕВ,
Иҫке Ҡырғыҙ урта мәктәбе уҡытыусыһы.



Археологик һәйкәл

Петр-тау археология һәйкәле Үрге Юлдаш ауылынан 2,5 саҡрым төньяҡ-көнсығышта Сөн йылғаһы башында урынлашҡан. Майҙаны — 18 мең квадрат метр. Ул Крәҫтиәндәр һуғышы юлбашсыһы Пугачев исеменә бәйле. 1773-1774 йылдарҙа ул ғәскәре менән ошо тау янынан үткән һәм үҙен «император Петр III» тип атаған.
Беренсе тапҡыр был майҙанды Ф.Д. Нефедов өйрәнгән. Һуңыраҡ ҡаҙылма байлыҡтар эҙләү маҡсатында бер нисә тапҡыр тикшереү үткәрелә. Шул осорҙа керамика коллекциялары табыла, ә 1994 йылда ауылда йәшәгән В. Никифоров ананьин тибындағы бронзалы кельтҡа юлыға.
Беҙҙең быуатҡа тиклем беренсе меңйыллыҡта район биләмәһендә төрлө ҡәбиләләр йәшәгән. Быны боронғо ҡәберлектәр һәм ҡурғандар раҫлай. Тимер быуаттың археология һәйкәлдәрен өйрәнеү маҡсатында 1969 – 1972, 1974, 1978 йылдарҙа Урал дәүләт институтының, Башҡорт дәүләт универ­ситетының ғилми экспедициялары ойошторола. Улар тарафынан ошо урында йәшәгән ҡәбиләләрҙең комплекслы хужалыҡ алып барғаны иҫбатлана.

Иҫке Татыш мәктәбе коллективы.



Тәбиғәт һәйкәле

Тыуған яҡ мөғжизәләреРайондың Восток ауылы янынан Ағиҙел йылғаһы аға. Уның һул яҡ яры буйындағы ҡалҡыулыҡта ҡарағай ағастары үҫә. Йәштәре – 100 йылдан ашыу. Был ҡалҡыулыҡ шулай уҡ ваҡ япраҡлы йүкә һәм ҡатнаш ҡарағай ағастары менән ҡапланған. Ғөмүмән, бында 30 төрҙән ашыу үҫемлек бар. Улар араһында ҡиммәтле реликт төрҙәре билдәләнгән: лазурник, эре тажлы уймаҡ сәскә һәм башҡалар.
Дөйөм алғанда, был ҡарағай урманын тәбиғәт мөғжизәһенә индерерлек, сөнки ул күркәм, ҡабатланмаҫ һәйкәл булып тора. Ысынлап та, районыбыҙ мөғжизәләргә бай. Уларҙы күрә белергә, һаҡларға, яҡларға кәрәк.

Артур СӘЙЕТОВ,
Үрге Йәркәйҙәге 4-се урта мәктәп уҡыусыһы.




Элена БАТЫРХАНОВА әҙерләне.








Вернуться назад