“Уятығыҙ Уралды!”17.02.2015
“Уятығыҙ Уралды!” Кешеләрҙә кешелеклек,
Әҙәп, намыҫ юғалды.
Иманыбыҙҙы яңыртһын –
Уятығыҙ Уралды!..
Йәне түҙмәҫ, күрһә әгәр
Иле-теле ҡороғанды;
Аҡбуҙатына атланһын –
Уятығыҙ Уралды!
Ҡынынан һурып алһын да
Ҡурай тигән ҡоралды,
Моңһоҙҙарға моң өләшһен –
Уятығыҙ Уралды!..

(Илдәштәргә ялбарыу).

Был шиғри юлдарҙың авторы – 40 йәшендә генә ара­быҙҙан киткән талантлы шағир Ринат Хәйри. Иҫән булһа, быйыл уға 65 йәш тулыр ине.
Үтә йәшләй китте Ринат Хәйри. Башҡорт әҙәбиәте кү­гендә ҡапыл балҡып атылған йондоҙ кеүек булды. Ринат Илеш егете ине. Тыуған ауы­лы – Үрмәт. Башҡорт дәүләт университетын 1974 йылда тамамлағас, уҡытыусы, мәктәп директоры, артабан тыуған районының “Маяҡ” гәзитендә хәбәрсе булып эшләне. Әҙәбиәткә ул уҙған быуаттың 80-се йылдарында килде һәм 10 йыл тирәһе генә ижад итеп өлгөрҙө.
Тәүге китабы – “Яҙ башы” – 1983 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күр­ҙе. Йәштәргә һәм өлкән­дәр­гә тәғәйенләнгән ошо хеҙмәте менән үк танылыу яулап өлгөрҙө. 1986 йылда иһә балалар өсөн “Минең уйынсыҡ­та­рым” исемле китабы сығыу менән Ринат Хәйри Яҙыусы­лар союзына ҡабул ителде.
Үҙе иҫән саҡта әҙерләгән йәнә бер һәлмәк хеҙмәте — “Эҙләйем һине” йыйынтығы — 1990 йылда баҫылып сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап ошо йылда Ринат Хәйри ҡапыл вафат булып ҡуйҙы. Бына ошо “Эҙләйем һине” исемле икенсе китабы һәм “Ҡорбан” поэмаһы өсөн уға баҡыйлыҡҡа күскән­дән һуң республика йәштәре­нең Ғ. Сәләм исемендәге премияһы бирелде.
Бына шундай сағыу талант эйәһе ижадының балҡып янған сағында ғына ҡапыл һүнеп ҡуйҙы. Ләкин уның шиғырҙары үлемһеҙ. Әҙиптең тос фекерле, үткер уйлы әҫәрҙәре байтаҡ: мәҫәлән, С. Юлаевҡа арналған “Халҡым аманаты”, “Табыныу”, “Ғүмер һуҡмағы”, “Күкрәгемә дауыл ояланы”, “Күрмәйбеҙ”, “Ҡурай”, “Йәшен­дең йәшен һораным”, “Мөхәб­бәт кисермәй” кеүек ши­ғыр­ҙары уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында яҙылһа ла, бөгөн дә бик көнүҙәк яңғырай, улар замандашта­рыбыҙҙың күңел торошон белгертеп торғандай яҡын, кисе­рештәргә бай.
Ринат Хәйриҙең Башҡорт­останда ла, Татарстанда ла ҡәләмдәш дуҫтары күп булды: Ғәлим Хисамов, Ирек Кин­йәбулатов, Рәмил Йәнбәк; уның ярһыу хисле ижады хаҡында олораҡ ҡәләмдәш­тәре — Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев, Салауат Юлаев исемен­дәге республика дәүләт пре­мияһы лауреаты, яҙыусы Рәшит Солтангәрәев, күре­некле шағирҙар Сафуан Әли­бай, Тамара Ғәниева, Та­тар­стандың халыҡ ша­ғирҙары яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллин, Рәдиф Ғаташ һәм башҡалар — яҙҙы. Барлыҡ дуҫтарын, уның ижады хаҡында ихлас һүҙ әйткән бөтә ҡәләмдәштәрен исемләп әйтеп бөтмәһәм, улар мине ғәфү итер.
Ринат Хәйри Илеш ра­йонының “Маяҡ” гәзите янында ойошторған “Ләйсән” әҙәби ижад түңәрәге 1980-се йылдар аҙағында уңышлы эшләне, аҙаҡ та хеҙмәтен дауам итте. Уның әүҙем ағзалары Марат Кәбиров, Фәндидә Харрасова хәҙер күренекле шағирҙар булып китте. Наил Мөхәмәтов менән Айһылыу Хәйретдинова иһә район хәлдәрен республика гәзиттәрендә даими яҡтыртҡан һәләтле ҡәләм оҫталары булып үҫеп етте. Әҙиптең ҡыҙы Ләйсән дә атаһы менән әсәһе һөнәрен һайланы – журналист.
Ринат Хәйри – йәшлек ша­ғиры, йәш йөрәклеләр йыр­сыһы. Был уның ижадына тулыһынса хас. Ул беҙҙең аранан йәшлеген дә йырлап бөтөрә алмай китеп барҙы. Әҙиптең “Әле яҙ башы ғына” (1983) тигән беренсе йыйын­тығы ла, “Эҙләйем һине” исемле һуңғы китабы ла баштан-аяҡ йәшлекте данлауға, юғалтыу-табыштарына, зәңгәр өмөт-хыялдарына арналған.
Ринат Хәйри ҡалдырған әҫәрҙәр тулҡын-тулҡын булып, бер-бер артлы тормошҡа аяҡ баҫыр йәштәргә берҙәй үк тоғро хеҙмәт итә һәм итәсәк. Нәҡ үҙе әйткәнсә: “Беҙҙең иһә йәш саҡ – ғәйрәтле саҡ, дауылдарға ҡаршы барыр саҡ, ҡырҙа бураҙналар ярыр саҡ та йондоҙҙарҙы үрелеп алыр саҡ...”

Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың
халыҡ шағиры.





Вернуться назад