Сит телде белеү кәрәк14.02.2015
Сит телде белеү кәрәк Мәғариф өлкәһендәге ҡулайлаштырыу сәйәсәте төрлө алымдар менән эшләргә мәжбүр итә. Уҡыусылар һанының кәмеүе, уҡытыусыларҙың ҡыҫҡартылыуы, ысынлап та, заманса ысулдар табырға ҡуша. Тап шуға ла Матрай, Кананикольск, Юлдыбай һәм Һабыр мәктәптәрендә “Мобиль уҡытыусы” системаһы уңышлы эш башлаған.


Матрай мәктәбе директоры Иштуған Мос­тафин әйтеүенсә, белем усағына алты филиал ҡарай. Уҡыусыларҙы көн һайын Япарһаҙ, Балапан, Сәлим, Сидоровка, Ғәле һәм Байғужа ауылдарынан автобус менән алып йөрөйҙәр. Сит телдәр мәктәптә икенсе кластан уҡытыла. Әммә күп филиалдарҙа был эш бармай. Сетерекле хәлдән сығыу маҡсатында мәғариф бүлегендә “мобиль уҡытыусы”лар барлыҡҡа килгән дә инде.
Рәсимә Аҙнағолова менән Гөлфиә Хажиева юғары белем алғас, тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. “Мобиль уҡытыусы”лар аҙнаһына дүрт тапҡыр үҙҙәренең еңел машинаһында күрше ауылдарға йөрөп, балаларға сит телдән һабаҡ бирә. Әлегә яғыулыҡ өсөн уларға бер тин дә түләнмәй. Быйыл был мәсьәлә хәл ителер тигән өмөттә йәш уҡытыусылар.





Вернуться назад