Әсәй ҙә, тәрбиәсе лә ул14.02.2015
Әсәй ҙә, тәрбиәсе лә ул Тап шундай вазифаны бер юлы башҡарырға тура килә Йылайыр ауылында йәшәгән Ирина Вилковаға. Күп балалы әсә үҙ йортонда ғаилә төркөмө асҡан.


Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждение­һына сираттың күп булыуы бер кемгә лә сер түгел. Әммә йылдан-йыл ­ балалар баҡсаһына урынлаштырыуҙың төрлө юлдары барлыҡҡа килеүе был мәшәҡәттән азат итә. Мәҫәлән, ғаилә балалар баҡсалары, ғаилә төркөмдәре, шәхси балалар баҡсаларының һуңғы йылдар­ҙа күпләп асылыуы тик файҙаға ғына. Был ата-әсәләр өсөн дә, балалар өсөн дә отошло.
Үҙҙәренең ике балаһы үҫеп еткәс, Ирина менән Виталий тәрбиәгә тағы ла икәүҙе алырға батырсылыҡ итә. Иш янына ҡуш булып, улдары донъяға килә. Алты йәшлек Никита, биш йәшлек Ярослав, ике йәше саҡ тулған Викторияға балалар баҡсаһында урын табылмағас, үҙенең дә педагогик белеме булыуын иҫәпкә алып, Ирина йортонда ғаилә төркөмө асып ҡарарға уйлай.
— Беҙҙең балалар баҡсаһына ҡараған ике ғаилә төркөмө уңышлы эшләй, — ти уларҙың етәксеһе Марина Крыгина. – Бындай алым ике яҡ өсөн дә отошло. Беренсенән, беҙҙең күп балалы әсәйҙәр эшле булһа, икенсенән, кескәйҙәр ҡараулы. Бында ла дәрестәр үтә, саф һауала йөрөү, йоҡлау, туҡланыу ҡаралған. Меню балалар баҡсаһындағы хеҙмәткәрҙәр менән килешеп төҙөлә.
Әйткәндәй, ишек алдында йорт хужаһының уңған ҡулдары төрлө уйынсыҡтар, ял, уйын мөйөштәре булдырған. Хатта айырым һырғалаҡ та яһағандар.
Әсә лә, тәрбиәсе лә йөгөн берҙәй тартҡан Ирина Вилкова үҙенең эшенән бик ҡәнәғәт.


Вернуться назад