Салауат урамы матур булырға тейеш14.02.2015
Салауат урамы  матур булырға тейеш Былтыр тәү тапҡыр, республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда урындағы эшлекле тәҡдимдәргә булышлыҡ итеү ниәтендә яңы программа ғәмәлгә инде. Был конкурста Йылайырҙан 11 ауыл биләмәһе еңеүгә өлгәште. Башланғыс күптән хәл ителмәгән проблемаларҙы уңышлы атҡарып сығыуға ярҙам итте, халыҡтың йәшәйешенә яңы һулыш өрҙө.

Үрге Ғәле ауыл биләмәһе башлығы Юнир Таһиров әйтеүенсә, Сидоровка ауылы халҡы Салауат Юлаев урамын төҙөкләндереү өсөн тауыш биргән, һәм уларҙың проекты еңеп сыҡҡан.
— Халыҡтан аҡса йыйыу ауырға тура килер тиһәк тә, маҡсатты аңлап ҡабул итеүҙәре эште күпкә еңеләйтте, — тине Юнир Әбдрәхим улы. — Ойоштороу төркөмөн булдырҙыҡ, уның рәйесе итеп Фәрит Таһировты һайлап яңылышманыҡ. Шулай уҡ үҙебеҙҙең крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, сауҙа менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙар ҙа ярҙам итте.
Проектты тормошҡа ашырыуҙа тендерҙа еңеп сыҡҡан Өфөнән “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшселәре булышлыҡ итә. Яҙ подрядсылар, йәнә килеп, юлды ҡарап сығасаҡ, сөнки ҡыш соҡорҙар хасил булһа, йәмғиәт эшселәре был етешһеҙлектәрҙе үҙҙәре бөтөрәсәк.
Сидоровка ауылы халҡының кәйефе яҡшы, күңеле көр. Ниһайәт, уларға ла яҡшы юлдан йөрөргә ваҡыт етте.






Вернуться назад