Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде14.02.2015
Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде Изге йөрәкле Фәимә Амантаеваның ололар өсөн шәхси приют асыуы күптәр өсөн ҙур яңылыҡ та, көтөлмәгән аҙым да булды. Шулай булмайса, үҙ иңеңә шундай ауыр, әммә мәрхәмәтле йөктө ал әле!


Яманһаҙ ауылында Фәимә Мөхәмәтсафа ҡыҙы тәүҙә икмәк бешереү цехы аса. Икмәге лә уңа, халыҡ та һатып ала, әммә һаулығы был эште ташларға мәжбүр итә. Тик ултырып өйрәнмәгән эшлекле ханым нимәлер менән шөғөлләнергә, буш ваҡытын файҙалы итеп үткәрергә хыяллана.
Бер мәл күңеленә ниңә ололар өсөн махсус приют асмаҫҡа тигән уй килә. Үҙенең теләген иренә еткерә, ул да ҡатынын ҡеүәтләй. Артабан Фәимә Амантаева райондың комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Йәмил Бураншинға бара, уның фекерен тыңлай, кәңәшләшә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡабул ителгән закондар буйынса шәхси эшҡыуарҙар хеҙмәттең был төрө менән шөғөлләнә алмай. Шуға күрә Фәимә Амантаеваның башланғысы үҙ иҫәбенә булдырыла. Йорто янындағы ҡустыһының буш торған өйөн рәтләй, унда бер нисә карауат ҡуя, телевизор ултырта. Түшәк кәрәк-ярағы, гигиена өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып ала. Артабан ауылдарҙан ҡараусыһыҙ ҡалған инәйҙәрҙе алып ҡайта. Әлегә тик оло йәштәге әбейҙәр генә ҡабул ителә, артабан мәсьәлә ыңғай хәл ителһә, бабайҙарҙы ла тәрбиәләргә уйлай изгелекле ҡатын.
Бөгөн уның шәхси приютында Ҡашҡарҙан 77 йәшлек Сабира Юламанова менән Һабырҙан Маһинур Атанғолова тәрбиәләнә. Шулай уҡ инвалид ҡыҙыҡай ҙа бар.
Ап-аҡ итеп аҡланған мейестә ут яна, газ плитәһендә аш ҡайнай, өҫтәлдә самауыр шыжлай. Барыһы ла ауыл өйөндәге кеүек.
— Әле биш кешене ҡабул итергә әҙермен, — ти Фәимә Амантаева. — Түшәктә ятҡандарҙы ла ҡарарға ризамын. Әлбиттә, дәүләт учреждениеһындағы кеүек, ололарҙы бағыу өсөн уларҙың пенсияһының 70 проценты алына. Был аҡса ашатыуға, ниндәйҙер әйберҙәр һатып алыуға һәм гигиена кәрәк-ярағы өсөн саҡ етеп ҡала.
Күптәр уны шулай аҡса эшләй тип уйлаһа, яңылыша. Әлегә Фәимә апай үҙенең тәҡдиме, тырышлығы, мәрхәмәтлелеге менән генә алдыра. Әйткәндәй, яҡшы хәбәр ҙә юҡ түгел. Быйылдан был эш менән шөғөлләнергә теләгәндәр шәхси эшҡыуар булараҡ теркәү үтә ала. Тимәк, киләсәктә Фәимә Амантаеваға дәүләт ярҙамы ла булыр, бәлки, бағыусылар ҙа табылыр.


Вернуться назад