— Былтырғы йыл йылайырҙар өсөн әһәмиәтле ваҡиғаларға, төрлө сараларға бай булды. Йылдың төп ваҡиғаһы – республика Президентын һайлауҙа халыҡ әүҙемлек күрһәтте.
Шулай уҡ район үҙәгендә төҙөлгән физкультура-һауыҡтырыу комплексы, нигеҙе һалынған балалар баҡсаһы, Яманһаҙҙа һыу селтәренең яңыртылыуы – иң мөһим эштәребеҙҙең бер нисәһе. Быйыл Сидоровка ауылына “зәңгәр яғыулыҡ” селтәре үткәреү күҙаллана, Һабыр, Матрай ауылдарына ла газ торбалары һуҙыласаҡ.
Ауыл эшсәндәре өсөн үткән йыл еңелдән булманы. Әммә беҙҙең фермер хужалыҡтары, ерҙе яратҡан кешеләр ҡоролоҡҡа һылтанып торманы, бар көсөн һалып, көрсөктән сыға алды. Райондан йыл һайын өс-биш фермер республика һәм федераль программалар сиктәрендә грант алып килә. Мәҫәлән, умартасылыҡ буйынса республика күләмендәге бәйгелә “Рычин” крәҫтиән (фермер) хужалығы “Иң татлы бал” номинацияһында еңһә, “Алтын көҙ” Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә тағы бер крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Венер Тусалин көмөш миҙал яуланы.
Район майҙанының 60 проценты самаһын урмандар биләүен иҫәпкә алғанда, ағас эшкәртеү сәнәғәтен яйға һалыу, күмер үртәү, ҡалдыҡтарын эшкәртеү, яғыулыҡ пеллеттары сығарыу – беҙҙең иң өмөтлө, ышаныслы йүнәлештәребеҙ. Был йәһәттән байтаҡ эш атҡарылды, башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһе өйрәнелде.
Ауылда эш юҡ, тип зарланғандарҙың булмауы һөйөндөрә. Йәшелсәселек, малсылыҡ, бигерәк тә тоҡомло малдар үрсетеү менән шөғөлләнергә теләгәндәр бар. Артабан да үҙ эшен асҡандарға бар яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ.
Былтыр, урындағы эшлекле тәҡдимдәргә булышлыҡ итеү программаһына ярашлы, ғәйәт ҙур эш башҡарылды. Был проектта 11 ауыл биләмәһе хакимиәте ҡатнашты, йылдар буйына йыйылып килгән иң ҡырҡыу социаль мәсьәләләр хәл ителде. Программаны халыҡтың дөрөҫ һәм аңлап ҡабул иткәне өсөн оло рәхмәтемде еткерәм.
Мәҙәниәт йылында бик матур һәм сағыу тамашалар, төрлө саралар ойошторолдо. Юлдыбай, Ҡашҡар ауыл мәҙәниәт йорттары, Матрай ауыл китапханаһы республика гранттарына лайыҡ булды.
Әҙәбиәт йылында бигерәк тә китапханалар селтәренә иғтибарҙы арттырырға уйлайбыҙ. Район китапханаһының 100 йыллыҡ юбилейының ошо осорға тап килеүе лә әһәмиәтле.
Быйыл Йылайыр төбәге лә үҙенең олпат юбилейын – 85 йыллығын билдәләй. Тимәк, беҙгә уны лайыҡлы ҡаршылау өсөн айырыуса тырышырға кәрәк.