Зәңгәр... ҡар яуған!14.02.2015
Эйе-эйе, Силәбелә зәңгәр ҡар яуған. 11 февралдә Локомотив ҡасабаһында шундай ғәжәп хәлгә осраһалар, иртәгәһенә ҡаланың Физкультура урамында ла был ваҡиға ҡабатлана...
“Ни ғәләмәт, ахырызаман еттеме әллә?” Халыҡ ҡурҡыуға ҡала. Билдәле, һәр төрлө имеш-мимеш тарала. Өҫтәүенә сәйер ҡар яуған урындарҙа шәрбәтле тәм еҫе һиҙелә, кешеләр тамаҡ ҡымырйыуға зарлана.
Ҡото алынған силәбеләр йома көндә генә тынысланды. “Роспотребнадзор” белгестәре рейд уҙғарып, был осраҡта аҙыҡ-түлек етештергән “Витэкс” предприятиеһы ғәйепле икәнен асыҡланы. Пасха йомортҡаларын буяй торған матдә вентиляция торбаһына эләгеп, һауаға оса ла ҡар менән бергә ергә яуа. Был буяуҙың сифат сертификаты бар, ул кеше һаулығына зыян килтермәй, тип ышандыра табиптар. Шулай ғына була күрһен.