Сәләмәтлекте һаҡлайыҡ14.02.2015
Бөгөн халыҡтың сәләмәтлек торошо – иң көнүҙәк мәсьәлә. Был йәһәттән дәүләттең физик культура-һауыҡтырыу мәсьәләләренә мөнәсәбәте мөһим әһәмиәткә эйә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, кешенең сәләмәтлеге 60-65 процентҡа – физик хәленә, 15-20 процентҡа медицинаның ҡеүәтенә бәйле. Шуға имен тормош алып барыуға ынтылыш тәрбиәләргә кәрәк.
Мәҙәниәттең, физик культураның, медицинаның һәр кемде ҡәнәғәтләндерерлек булыуы илдең өҫтөнлөгөн, хатта бөйөклөгөн билдәләй.
Халыҡты спорт менән шөғөлләнеүгә күпләп йәлеп итеү өсөн мәҙәни-спорт клубтарын ойоштороу яҡшы булыр ине. Улар урта белем биреү ойошмаларында барлыҡҡа килһә, тағы ла отошлораҡ. Улар ҡаты ауырыу кисергәндәр, насар ғәҙәттәрҙән арынырға теләгәндәр өсөн дә бик яҡшы урынға әйләнәсәк. Каникулда балалар ҙа буш ваҡытын ошонда үткәрәсәк.
Бер нисә миллион кеше йәшәгән төбәк һаналһаҡ та, спорт тураһында үҙебеҙҙә донъя күргән баҫма юҡ. Ниңә «Спортивный Башкортостан» гәзитен тергеҙмәҫкә? Республика дауалау-һауыҡтырыу диспансеры һәм Өфөләге «Марафон» йүгереүселәр клубы нигеҙендә һауыҡтырыу спорты менән шөғөлләнеүҙе ойоштороу буйынса ғилми-методик үҙәк төҙөргә мөмкин.
Сәләмәтлекте нығытып була, был – мөһим мәсьәлә. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине.