Утты һүндерергә онотманыңмы?14.02.2015
Көндөҙгө сәғәт 12. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡаланың ҡайһы бер урамында баҙлап лампочкалар янып тора. Бындай күренеште көпә-көндөҙ эш бүлмәләрендә лә күҙәтергә була. Баҡтиһәң, Рәсәйҙә йәшәгәндәрҙең 7 проценты ғына электр утын һаҡсыл файҙалана икән. Ә Скандинавия илдәрендә был күрһәткес 95 процентҡа етә. Айырма ҙур! Кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙғарылған кәңәшмә нәҡ электр энергияһын һөҙөмтәле файҙаланыуға арналды.
– Был мәсьәләгә етди ҡарарға кәрәк, – тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Электр утын файҙаланыуҙа һаҡсыллыҡ күрһәтмәгәнгә, күп аҡса юғалтабыҙ. Йорттарҙа элекке лампочкаларҙы ҡулланыу, иҫке йылытыу ҡорамалдары тороуы сығымдарҙы арттыра. Заманында “Сыҡҡанда, утты һүндерегеҙ!” тигән яҙыу һәр ишеккә йәбештерелгәйне. Ошо саҡырыу бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмай.
Рәсәйҙең энергетика министры урынбаҫары Антон Инюцын белдереүенсә, үҫешкән дәүләттәр электр утын һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса ҙур уңышҡа өлгәшкән. Беҙҙең илдә иһә 2010 йылдан алып утты 35 процентҡа әҙерәк тотона башлағандар. Был яҡшы, шулай ҙа кәрәгенсә түгел.
– Бәғзеләр әлегәсә “Ильич” лампаһын ҡуллана, – тип белдерҙе Антон Юрьевич. – Әммә ул энергияны күп тотона, етмәһә, тиҙ боҙола. Көндөҙ урамды яҡтыртҡан, эҫелә тышты “йылытҡан” осраҡтар ҙа юҡ түгел. Былар барыһы ла электр утын тәләфләүгә килтерә. Артабан былай йәшәргә ярамай, төбәктәге министрлыҡтар һәм ойошмалар үҙҙәренең күпме ут тотонғаны хаҡында яуап бирәсәк.
Был мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән 2013 йылда Башҡортостанда закон да ҡабул ителгәйне. Бүтәндәргә өлгө күрһәткән предприятиелар ҙа, төбәктәр ҙә бар. Мәҫәлән, Нефтекама ҡалаһы, Өфөнөң моторҙар эшләү берекмәһе етәкселәре кәңәшмәлә тәжрибә уртаҡлашты.






Вернуться назад