Байрам кәйефе боҙолмаһын14.02.2015
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек әүҙем бара. Ошо уңайҙан был аҙнала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ойоштороу комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Төп мәсьәлә ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә ҡағылды. Әлбиттә, был йәһәттән байтаҡ эш башҡарылған. Быйыл, мәҫәлән, ошо йүнәлештә 1,5 миллиард һумға яҡын аҡса бүлеү күҙаллана, был тағы 1 173 кешегә ярҙам итергә мөмкинлек бирәсәк. Әммә, Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, мәсьәләне хәл итеүҙе власть органдары мотлаҡ контролдә тоторға бурыслы.
– Бүленгән фатирҙарҙа ветерандарҙың туғандары түгел, ә улар үҙҙәре йәшәргә тейеш. Юҡһа бөгөн торлаҡлы булып та 633 кеше иҫке йортта көн күреүен дауам итә. Артабан да һуғыш ветерандарының һәм тол ҡатындарҙың торлаҡ-көнкүреш шарттарын тикшереп торорға, йорттарын ваҡытында ремонтлау мәсьәләләрен контролдә тоторға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.
Бынан тыш, республика Башлығы Ҡырым Республикаһының Белогорск районында йәшәгән ветерандарға ярҙам күрһәтеүҙе лә ойошторорға ҡушты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр улар һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр Еңеү көнө айҡанлы бүләк алып ҡыуанғайны. Ҡырымдар быйыл да иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.








Вернуться назад