Тыныслыҡҡа — 16 сәғәт14.02.2015
“Норманд форматы”ндағы – Рәсәй, Украина, Франция президенттары һәм Германия канцлеры ҡатнашлығындағы — сираттағы осрашыу яҡынса 16 сәғәт дауам итте.
Көн ҡаҙағында — әлеге лә баяғы Украина темаһы. Көткәнгә көтөүҙән дә оҙағырағы юҡ. Айырыуса мәсьәлә тыныслыҡ, милләт-ара татыулыҡ, кеше яҙмышына ҡағылғанда ваҡыт аяуһыҙ кеүек тойола. Иң мөһим һөҙөмтә — иртәгәнән Украинала барған һуғышты туҡтатыу тураһында килешеүгә өлгәшелде. Әлбиттә, быға барыбер һағайып ҡарайбыҙ, шулай ҙа өмөтһөҙ шайтан тигәндәй...
— Минеңсә, күп мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙек. Беренсенән, 15 февралдән утлы ғәрәсәт туҡтатылырға тейеш. Икенсенән, был да миңә ҡалһа үтә мөһим, билдәләнгән һыҙаттан ауыр ҡоралды алыу тураһында килешелде, — тине Рәсәй Президенты Владимир Путин журналистар менән осрашыуҙа.
Ил башлығы белдереүенсә, “дүрт етәксе” Минск килешеүен үтәүгә йүнәлтелгән саралар тураһындағы документҡа ла ҡул ҡуйған. Шулай уҡ Рәсәй Президенты Дебальцево ҡалаһындағы хәлде дөрөҫ баһалау маҡсатында хәрби эксперттарҙы йәлеп итеү хаҡында ла Порошенко менән килешкән.