Яңғыҙ ҡалғым килмәй14.02.2015
– Иптәш ҡыҙҙарымдың күбеһе кейәүгә сығып, хәҙер инде әсә булып бөттө. Ә мин һаман үҙ парымды таба алмайым. Иртән эшкә барам да кис арып ҡайтып инәм. Тиңдәш егеттәр менән ҡайҙа, нисек танышырға ла белмәйем, оялам. Ғүмергә шулай яңғыҙ ҡалырмынмы икән?
НУРГӨЛ.
Бындай осраҡта һиңә, һылыу, юғалып ҡалмаҫҡа, ҡыҙыҡһыныуҙарыңды арттырырға кәңәш итәбеҙ. Эш көнөнән һуң театр-концерттарға йөрөргә тырыш, яңы кешеләр менән танышыу ҙа яҙыҡ булмаҫ. Әҙ генә буш ваҡытың килеп сыҡһа, дуҫ-туғандарыңа, мохтаждарға ярҙам ит, күңел йылыһын өләш, кәйефтәрен күтәрергә тырыш. Һәр кемдең никах сәғәте үҙ ваҡытында һуғасаҡ. Ошо мәлгә тулыһынса әҙер булыр өсөн файҙалы ғилем тупла, аш-һыу серҙәренә төшөн, ҡул эштәре менән шөғөллән, яҡты маҡсат менән йәшә. Һиңә иғтибар иткән егеттәрҙе тәү күреүҙән үк кире ҡаҡма, аралашып ҡара, ҡыҙыҡһыныуҙары, уй-фекерҙәре менән таныш. Кешенең тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап ҡына эш итмә, күңел байлығын тойомла.