Һин – минең ярты яҙмышым14.02.2015
Һин – минең ярты яҙмышым,
Өлөшкә тейгән көмөш.
Күпме ғүмер бар, – беҙ шуны
Бергә үтергә тейеш.

Мин күнәм бөтәһенә лә:
Яҡшыға, яманына,
Көндәрҙең салт аяҙына
Һәм болотло сағына.

Ҡыуанысың булһа, мин дә
Бергәләп ҡыуанырмын.
Хәсрәттәр төшһә башыңа,
Иркәләп йыуатырмын.
Һуҡранмам, тормош ауыр, тип,
Башым эйелмәҫ түбән,
Йөрәктә саф мөхәббәт, ул
Һүнмәҫ йылдар үтеүҙән.

Тик икебеҙҙең араға
Яуыз елдәр өрмәһен,
Һәм ялғанлыҡ – юха йылан
Беҙҙең өйгә кермәһен.

Икәүебеҙгә бер яҙмыш –
Тормоштан тейгән өлөш.
Күпме ғүмер бар, – беҙ шуны
Ғәҙел йәшәргә тейеш.







Вернуться назад