[b]Икһеҙ-сикһеҙ ғаләмдәрҙе ҡуш усындағылай күреп, һәр һулышын һәм йөрәк тибешен ишетеп, ярһыуҙарын, шатлыҡ-ҡыуаныстарын, хафа-хәүефтәрен тойоп, шағир ҡулына ҡәләм ала. Ҡәләм теҙгән мөғжизәле хәрефтәрҙән илаһи һүҙ, ҡабатланмаҫ моң ағыла башлай. Йәшәйештең, тормоштоң үҙе кеүек ябай ҙа, аңлап та бөтә алмаҫлыҡ серле моңдоң һуҡмаҡтары күктәргә олғаша ла, йыһанды урап, кире ҡайта. Ҡайта, сөнки эйәһеҙ түгел! Ҡайта, сөнки ул беҙгә төбәлгән, беҙгә кәрәк! Һалҡын ҡыштың сасҡау бурандарынан арыған йәнемде йәйғор төҫтәре менән һиҫкәндереп, иман утының ҡуҙы кеүек яндырып, йәншишмәнең һыуы менән имләп кенә моң булып биләне ысын Шиғриәт. Был батшалыҡ хужаһыҙ булмай. Бәйгеләрҙә иң аҫыл дөлдөлдәрҙә сапҡан, елде лә үҙ көйөнә бейеткән, ай ҡыҙы Зөһрәнең көйәнтәләрен алып, бейек ижад тәхеттәрен үҙ иткән Ғилман Ишкинин. Байтаҡ йылдар күрешеп, аралашып йөрөһәк тә, уның шиғриәтен ара-тирә генә уҡығайным. Махсус алып уҡығандан һуң, шағирҙы өр-яңынан астым.
[/b]
Ғилмандың ижады дан-шөһрәткә күмелмәһә лә, мәңгелек бишеге, йәшәү менән үлем араһындағы иң илаһи мәлдәрҙе йәнле гәрәбәләр итеп, күңел сылбырҙарын биҙәп, оло бер донъяны аса. Лирик геройҙың хис-тойғолары тәү ҡарамаҡҡа ғәжәп күренһә лә, үҙ ғаләмендә хәҡиҡәт эҙләп, күктәргә ашҡан:
Йырҙар тере бит ул,
йәшәйҙәрҙер
Күктең нисәнселер ҡатында.
Үҙ моңон, үҙ йырын донъяға таратып, сиктәрҙән ашҡан кисерештәр, тәрән фекер, ҡойоп ҡуйған поэтик образ аша булмышыңды яулай бара.
Ҡоштар телен бер саҡ онотормон
Һәм ҡанаттар һорап ялбарырмын.
Ижад – кеше өсөн бирелгән иң илаһи һәм ғазаплы мәл. Шағир тормошта ғына түгел, шиғриәтендә лә янып-көйә, юғарылыҡты биләй. Юҡҡа ғынамы ни:
Ергә баҫып, сыбыртҡыһын һелтәп,
Йондоҙҙарҙы көтә
Шағир-көтөүсе,
– тип өндәшә, бында Ш. Бабичтың күңел торошон, шиғриәтебеҙҙең романтик балҡышын да тоя алабыҙ. Уның образдары йәнле, ихтыяры сикһеҙ булһа ла, үҙ-үҙенә талап ҡаты:
Ижадыңды маҡтанылар –
үҙеңде түгел.
... Емештәреңде ашаһындар,
тупрағыңды ашлаһындар –
ағасым түҙер.
Ғилмандың күңел көмбәҙҙәре йыһан сиктәрен биләй, ә күңел күҙе һәр нәмәгә иғтибарлы:
Ҡосаҡлармын бер саҡ күкте,
Торһа ла әле ҡанап.
Тап күңел күҙенең үтә үткерлеге, саялығы ете ҡат сиктәрҙе лә үтергә һәләтле.
Ҡайна, сайпыл, иңрәмәсе, йәнем... –
тип өндәшә икән, һыҙланыуҙар һәм ғазаптар шағирҙы шағир итә. Булмышының үлсәмдәре лә бит төрлөсә:
Шәмгә ут алмайым,
ай яҡтыһы
Шундай ярһыу, хисле,
иҫерткес,
Бер кемде лә көтмәйем,
мин был төн
айға менәм
олоп, мин – йыртҡыс...
Йылан, яланда тыуғанмын – тупаҫмын,
Өҫтәп йәнә һыуғоярмын – тимәк, туҙбашмын.
Йәки:
Китеп кире ураны, ә был юлы
Турғай булып осто янына.
Аҡ болот, аҡ болот,
Өҫтөндә мин бер ҡош.
Ул кеҫәртке булып һөйләшә, бал ҡорто булып үкенә, сәскә булып донъяға һоҡлана, тирәк һымаҡ киң ҡоластары менән ҡоса, япраҡ кеүек сараһыҙлыҡтан үрһәләнә.
Азатлыҡтан биҙеп, был ситлектә
Үҙ бәхетен тапҡан тыумамын.
“Тутыйғош”, “Инстинкт”, “Яңғыҙ аҡҡош”, “Кәнәри ҡош“ шиғырҙарында ҡанатлы дуҫтарҙың аһ-зары, ҡылыҡтары һәм шатлыҡтары береһен дә битараф ҡалдырмаҫ.
Әленән-әле ҡабатланып торған эт образы аша ла шағир әйтер һүҙен кинәйәле фекер итеп биргән:
Елгә терәп ҡарай морон,
Яҡынмы әллә әжәлең,
Ҡыҫҡа ҡойроҡ, һалбыр ҡолаҡ,
Ниндәй һинең шәжәрәң?
“Ҡарға ятып аунай этең” шиғырында лирик геройҙың кисерештәре менән эттеке оҡшаш та.
Ул бары тик оҡшаған бит
Хыялый хыялыма.
Йәбешмә ялбыр ялына,
Һүрел, хисем, ялынма...
Булмыштарҙы аңлау һәр кемгә бирелмәгән шул, үлсәү баһалары – Хоҙайҙан.
Ә ул бит асылда
Күрмәне шағирҙы,
Арбаны, аңланы
Тик ябай бер ирҙе.
Ғөмүмән, Ишкининдың шиғриәтендә мөхәббәт лирикаһы бик үҙенсәлекле. Бөркөлөп торған ихласлыҡ, йәнде, ҡараштарҙы, ҡоралайҙы ҡороҡлар сослоҡ һәм ирендәрҙе дымлатҡан бер тамсы, үҙәктәргә үтерлек әсе әрем йәки балдан татлы тат, тубыҡтары туңа яҙған әҙәм йәки аҡ болоттарға атланып осҡан зат булып йәнде арбай геройы.
Уттар, һыуҙар кисеп,
Еҙ торбалар аша
Имен-аман сыҡҡан мин – егет,
Һинең алда ҡар өҫтөндә янған
усаҡ кеүек иреп туңайым.
Ошондай мөнәсәбәттәрҙе аҙым һайын тәбиғәттә лә күрһәтә шағир, һоҡлана. Яҙын ата ҡаҙ дуэлгә сыҡһа, миләш менән ҡайын ҡарт имәнде һаташтыра. Бар ғаләмде мөхәббәт гармонияһы үҙ бишегендә тирбәтә, ә йыры шағир йөрәге аша сыға. “Көтмә”, “Айым”, “Беҙҙе”, “Мөхәббәт”, “Беләм, һиңә шарап ят эсемлек” шиғырҙарында һәр образ һөйөү, тәрән хис-тойғо менән һуғарылған. Шағир донъяға һөйөү күҙҙәре менән баға: яҙ – иләҫ-миләҫ ҡыҙ, йәй – ауырлы ҡатын, ер – ҡатын-ҡыҙ затынан, тирәктәрҙе тулғаҡ тота.
Ғилмандың шиғриәтендә тарихи ауаздарҙы, бөгөнгө тауыштарҙы һәм киләсәк шаңдауҙарҙы ла ишетергә мөмкин. Лирик герой ваҡыт арауығында хәрәкәт итеп кенә ҡалмай, ә тоя, күрә, белә һәм бәхәскә керә. Ҡайһы мәл уның күңеленә йәйғор булып үрелә лә, илһам ҡошо менән бер итеп, күктәргә күтәрелә. Бигерәк тә көҙ миҙгеленең һәр күренеше шағирҙың әҫәрендә оло балҡыш булып сағыла, ҡыш һыуыҡтары һәм бурандары менән йәндәрен бизмәнгә һала, ә яҙ ярһыуы менән ҡабат терелтә. Тик Ғилман бар миҙгелдә лә үҙе булып ҡала, үҙе булып тормошҡа баға:
Эйәрләнем мин атымды,
Аяғым өҙәңгелә...
Йәки:
Эйәремде баш аҫтыма һалдым.
Йәки:
Кешнәшеп тә йәшәйексе әле,
Яҡынаймай торһон аралар.
Алыҫ киткән һайын уңалыр тиҙ
тибешкәндән ҡалған яралар.
Авторҙың поэзияһында көслө, иңдәрендә ил зарын күтәрә алырҙай шәхес өҫтөнлөк итә.
Үҙең булып ҡалған өсөн
яһаҡтар түләр кәрәк.
Аҡыл аҡлай, тик аңлаймы
шуны дыуамал йөрәк?!
Ғилмандың поэтик образдар араһында ат образының трагик яҙмышы әленән-әле ҡабатланып тора. “Туры бейә кинәт ҡолон һалды” тигән шиғырында бала күңелендә һаҡланған драматик күренеш, бар донъяның аҫтын-өҫкә килтереп, йөрәк сарҙарын һыҡрап ишеттерә. Ә бына “Йылҡы малы йөҙә белә бит ул” шиғырында драматик ситуация тарихи призмаға күсерелә. Киң диңгеҙҙә карап менән һыу төбөнә киткән йылҡылар күҙ алдына баҫа.
Ах, бик тә йәл, тыуған илен ташлап,
сараһыҙҙан киткән был аттар.
Ир-егеткәй менән ат башына
тағы йырҙар яҙыр быуаттар.
“Йөк аты”, “Тибендә йылҡы өйөрө” кеүек шиғырҙарында аңыбыҙға ғына түгел, ә борондан ҡаныбыҙҙа ҡалған ғәҙәт менән уй-хыялдар аша бөгөнгө ысынбарлыҡҡа ла ҡараш ташлай.
Лирик герой “минең күңел – иҫке генә мурҙа” тип өндәшә икән, тарих ауаздары – иңдәрендә. Ҡайһы саҡта ул – мәңгелектең үҙе, икенсеһендә – йәшен туйы.
Йылға булһам, ниндәй йылға...
Нисек ағырға һуң быйылға?
– тип, үҙ-үҙенә һорауҙар менән бағып, яуаптарҙан шағирҙың йәне меңгә өҙгөләнә.
Етәкләмә,
үҙем алып инәм
Ожмахына йәки тамуҡҡа.
Ашыға, әммә сәбәләнмәй, үҙ дәрәжәһен белеп, алға ынтыла.
Ҡосор инем ҡайындарҙы
Үтеп китешләй генә, –
тип эре генә ҡыланһа:
Көйөү-һөйөүен тулып,
Сафлығын тулып-тулып
Яҡшылыҡ ҡоло булып,
йәшәй ҙә, “мин ҡояшҡа хаттар яҙҙым”, “беҙҙең кеүектәргә тар бит Ер”, тип үрһәләнә.
Шағирҙың ғазаптары, хис-тойғолары, һыҙланыуҙары һәм шатлыҡтары – барыһы ла шиғырҙарында. Шуға ла ижадҡа Ғилман атлы егет арлы-бирле түгел, ә бик етди ҡараны. Ҡайһы саҡ ғүмеренән, йәшәйештән юғары ҡуйған осраҡтар ҙа юҡ түгел:
Тик яҙғанда ғына йәшәйем,
Миңә яҙған икән бәхет шул.
Тормоштоң, йәмғиәттең ниндәй генә сағы булһа ла, ул тирә-яғына сағыуыраҡ баҡты:
Әммә тормош, ижад йондоҙҙары
Яҡтыртһындар ине яҡшыраҡ.
Мәшәҡәттәр менән тулы донъя –
Йәшәйештең тән һәм йән аҙығы.
Ғилман Ишкининдың шиғриәте үҙенең ҡабатланмаҫ образдары, тәрән фекерҙәре, бер кемде лә ҡабатламаған шиғри формалары менән бөйөк башҡорт шиғриәтенә серле моң өҫтәне. Тик моң эйәһе иртә таңда ғына яңғыраны ла, шәфәҡте лә көтмәй, күккә ашты. Йәл...
[b]Зәки ӘЛИБАЕВ,
филология фәндәре кандидаты.[/b
]