“Һыу уртланым тип уйла ла өндәшмә”13.02.2015
– Ирем ауыл мәсетенә йөрөй башлағас, ныҡ ҡыуанғайным. Әммә ул тора-бара миңә ҡарата ҡатылыҡ күрһәтергә тотондо. “Мосолман ир ҡатын-ҡыҙҙы ныҡ тоторға тейеш”, – тип иҫбатлай. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Әлиә.
Белорет районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Исламда “ҡатынды ныҡ тотоу” тигән талап та, ундай төшөнсә лә юҡ. Гүзәл зат һәр яҡлап иғтибар тойоп, иренең арҡаһына “ышыҡланып”, ыҙалыҡ күрмәй йәшәргә тейеш. Ошондай күркәм мөнәсәбәт уға йорттоң йәме булыу, тәртипле балалар үҫтереү мөмкинлеген бирә.
Ғөмүмән, Ислам ҡатын-ҡыҙҙы юғарылыҡҡа күтәрә. Әйтәйек, беҙҙең дин таралғанға тиклем Ерҙә көсһөҙ заттың мираҫ алыу мөмкинлеге булмаған. Ә “Ҡөрьән Кәрим”дә хатта ки ҡатын-ҡыҙҙың бурыстары, хоҡуҡтары билдәләнгән айырым сүрә (“Ән-Ниса”) бар. Унда мираҫ, ғаилә ҡороу, тормош көтөү, кешеләр менән мөнәсәбәт ҡороу һәм башҡа мәсьәләләр аныҡ зекер ителгән. Бөтөн ризыҡ, үлән, иген, емеш тупраҡта үҫә бит, шуның шикелле ҡатын-ҡыҙға нәҫелде, кешелек донъяһын, күркәм тәрбиә ҡанундарын дауам итеү бурысы ҡуйылған. Һуңғы йылдарҙа тәбиғәтте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә башланы. Ни өсөн? Билдәле: ерҙе, уның уңдырышлылығын, таҙалығын һаҡламаһаҡ, унда үҫкән ризыҡтан ни көтөргә ҡала? Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, киләсәгебеҙҙе тыуҙырған, тәрбиәләгән әсәләр ҙә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, ихтирамға лайыҡ булырға тейеш. Гүзәл заттың тән һәм рухи сәләмәтлеген ҡайғыртмаһаҡ, улар аҡыллы, әхлаҡлы, һөнәрле, илһөйәр, телһөйәр балалар үҫтерә алмаҫ.
Ир менән ҡатындың мөнәсәбәттәренә килгәндә, әлбиттә, тормош булғас, ҡаршылыҡтар осрамай тормай. Шуның өсөн һәр ваҡыт бер-береңде аңлау, ҡубырға әҙер ыҙғышты тиҙ арала яйға һалып ебәрергә тырышыу зарур. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең: “Ҡатын-ҡыҙға изгелекле булығыҙ. Ул бөгөлөп торған ҡабырғанан яһалған. Әгәр был ҡыйышлыҡты турайтырға тырышһағыҙ, һындырырһығыҙ. Ә инде шул килеш ҡалдырһағыҙ, кәкрелек бөтмәҫ. Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙы аңлау, уға ҡарата сабыр, изгелекле булыу мөһим”, – тигәнен онотмайыҡ. Гүзәл зат үҙе лә йәрен иғтибарҙан айырмаҫҡа тейеш. Был йәһәттән бер сәхәбә ҡатынының кейәүгә оҙатҡан ҡыҙына әйткән һүҙҙәрен еткерәйем: “Иреңә ер икәнһең, ул һиңә күк булыр”. Темаға бәйле хикмәтле хикәйәт тә бар. Йәш ҡатын имамдан кәңәш һорарға килгән. “Ғаиләбеҙҙә һәр саҡ шау-шыу, ирем менән бер-беребеҙҙе аңлай алмай, ирешәбеҙ ҙә китәбеҙ”, – ти икән. Хәбәрҙе башынан аҙағынаса иғтибар менән тыңлаған имам ҡатынға бер һауыт биргән. “Эсенә файҙалы һыу тултырҙым, – тигән ул. – Иреңдең ирешергә уйлағанын һиҙһәң, ошоно уртыңа тултыр ҙа көт – талаш башланмаҫ. Файҙалы һыу йортоғоҙға тыныслыҡ алып килер”. Ысынлап та, шулай булған, ир менән ҡатын татыу йәшәй башлаған. Ләкин тора-бара һауыттағы һыу төбөнә еткән. Ҡурҡыуға ҡалған ҡатын имамға йүнәлгән. “Һыуым бөтөп бара, ни эшләрмен?” – тип борсолоуын белдергән. “Миндә лә юҡ шул, – тип хәйләләгән имам. – Ә һин борсолма, элеккесә һыу уртланым икән тип уйла ла өндәшмә”.
Был йәһәттән халҡыбыҙҙа “Өндәшмәү – алтын”, “Сабыр иткән – моратына еткән” һәм башҡа хикмәтле һүҙҙәр бар. Уларҙы тормошобоҙға нигеҙ итеп алып, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, аңлап йәшәргә яҙһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.