Мейестә бешерелгән ит13.02.2015
Һыйыр ите (500 грамм), бәшмәк (300 грамм), ике баш һуған, ике теш һарымһаҡ, иретелгән сыр, ике аш ҡалағы ҡаймаҡ, бер йомортҡа, бер помидор кәрәк буласаҡ.
Итте ҡырҡып, махсус сүкеш ярҙамында һәйбәт итеп иҙәһең һәм тәмләткестәр (ҡаймаҡ, аджика, тоҙ, борос, һарымһаҡ) менән һылап сығаһың. Унан ике сәғәткә маринадларға ҡуяһың. Ул арала бәшмәк һуған, тоҙ, борос, бер ҡалаҡ ҡаймаҡ ҡушып ҡыҙҙырыла. Сыр эре ҡырғыстан үткәрелә. Уға иҙелгән һарымһаҡ, бер ҡалаҡ ҡаймаҡ, бер сей йомортҡа ҡушып, һәйбәт итеп болғарға кәрәк.
Артабан ит өлөштәре майланған табаға һалына, ситтәренә бәшмәктәр, түңәрәтеп ҡырҡылған помидор киҫәктәре теҙелә. Барыһының өҫтөнә тигеҙләп йомортҡалы-сырлы ҡатнашманы һалып сығабыҙ. Әҙер булғас, 250 градуста 25 минут бешереп алабыҙ.
Бәшмәкле ҡатнашма
Башлы һуған (500 грамм), бешерелгән шампиньон (100 грамм), ике аш ҡалағы үҫемлек майы, бер аш ҡалағы сәскә балы, ярты лимондың һуты, кәрәгенсә тоҙ алына.
Тышын таҙартып, һуғанды ваҡ итеп турап, аҙ ғына тоҙло һыуҙа ҡайнатып алырға ла иҙмә хәленә еткерергә кәрәк. Уға бал ҡушабыҙ, болғайбыҙ. Артабан шампиньондар таҙартыла, турала. Уларға аҙ ғына тоҙ һибелә. Әҙер ризыҡ тәрилкәгә шулай һалына: уртала – һуған иҙмәһе, уның тирәләй – бәшмәктәр. Аҙыҡҡа кәрәгенсә лимон һуты, үҫемлек майы ҡойола.
“Шәрбәт” һуты
Ике әфлисун, өс стакан әфлисун һуты, бер сәй ҡалағы рауза сәскәһе ҡайнатмаһы, ярты лимон, ярты стакан шәкәр, ярты сәй ҡалағы дәрсен кәрәк буласаҡ.
Әфлисун һутына тышы таҙартылған әфлисун һәм лимондың телемдәрен һалаһың да, шәкәр, дәрсен ҡушып, әҙерәк һыу өҫтәп, талғын утта ҡайнауға ҡәҙәр еткерәһең. Әҙер булғас, рауза тажынан яһалған ҡайнатманы ҡояһың. Һыуытҡас, эсергә мөмкин.