Емештең иң яҡшыһы – сабыйға13.02.2015
Әҙәм балаһы баҡыйлыҡҡа күскәс тә уның ғәмәл дәфтәренә әжер-сауап өҫтәлеп тороуына сәбәп булған өс нәмә бар. Уларҙың береһе – ата-әсәһе рухына доға ҡылған игелекле балалары. Үҙенә күркәм холоҡло алмаш тәрбиәләгән әҙәм балаһы фани донъяла ла, ахирәттә лә бәхетле була.
“Тормошта күҙ нурындай ҡатын, яҡшы балалар биреүен теләп, мосолман һәр ваҡыт Аллаһҡа доға ҡылып торһон”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ғөмүмән, сабыйҙың тыуыуы – ҙур байрам. Әҙәм балаһы ғүмер буйы бала тип йәшәй.
Бер ваҡыт Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең сәждәлә оҙаҡ тороуына аптырап ҡалған сәхәбәләр: “Эй, Аллаһ илсеһе! Намаҙҙы бөгөн оҙағыраҡ уҡының. Нимә булды?” – тип һорай. “Елкәмә ейәнем менеп ултырғайны, уның күңелен ҡырмайым тип, сәждәнән оҙаҡ торманым”, – тип яуап бирә Пәйғәмбәребеҙ.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм балалар менән һәр саҡ үҙе башлап иҫәнләшкән, хәл-әхүәлдәре менән ҡыҙыҡһынған, уйнаған, шаярған. “Балаларға бүләк бирегеҙ, – тип өйрәткән ул. – Тәрбиәгеҙ ҙә яҡшы булһын”.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә бер ваҡыт яңы уңыштың тәүге емештәрен алып килгәндәр. Пәйғәмбәребеҙ: “Эй, Аллаһ! Илгә бәрәкәт бир, уңыштарыбыҙ мул булһын!” – тип теләп, емештең иң яҡшыһын эргәһендә торған сабыйға биргән.





Вернуться назад