Йылмайып-көлөп кенә13.02.2015
– Официант, был нәмәгеҙҙән олтораҡ тәме сыға.
– Йә, Хоҙай! Ғүмерегеҙҙә нимә генә ашап ҡарарға тура килмәгән икән үҙегеҙгә!

* * *
– Беҙҙең етәксе тураһында нимә уйлайһың?
– Әлләсе, белмәйем. Айныҡ көйө берҙе лә күргәнем юҡ.
– Ул эсмәй ҙә баһа!
– Уны түгел, үҙемде әйтәм!..

* * *
Төн уртаһында телефон шылтырай.
– Алло! Сәләм, ҡоҙа! Йоҡларға ятҡан булғанһыңдыр инде...
– Эйе.
– Бик мөһим хәбәрем бар ине. Ярай, иртән шылтыратырмын, улайһа.

* * *
Әсәй кеше 15 йәшлек ҡыҙын тиргәй:
– Мин һинең һымаҡ саҡта өйҙә генә ултыра торғайным. Төнгө ун икегә тиклем теләһә ниндәй егеттәр менән урам буйында буталып йөрөгәнсе, юбилейымды үткәрергә өҫтәл әҙерләшер инең! Әллә иртәгә минең 30 йәшем тулғанын да белмәйһеңме?

* * *
Ҡатын биҙәнеп-төҙәнеп алғас, алты йәшлек ҡыҙы һоҡлана:
– Әсәй, һин бөгөн шундай матурһың!
– Ой, рәхмәт, ҡыҙым!..
Ун алты йәшлек ҡыҙы ла ҡушыла:
– Әсәй, һин бөгөн бигерәк сибәрһең!
– Тағы аҡса кәрәк булып киттеме?

* * *
Бер бәндәнең йәнен алырға Ғазраил килә.
– Зинһар, аҙ ғына көтөп тороғоҙ, – тип сәбәләнә башлай кеше. – Түләнеп бөтмәгән өс кредитым ҡалды, ипотекаһы ла... Ҡыҙҙа­рымды кейәүгә бирәһе, малайҙы уҡырға урынлаштыраһы бар... Ҡатыныма тун вәғәҙә иткәйнем... Хәйер, әйҙә, суҡынып китһендәр, ал!

* * *
– Минең кәләш йыл һайын тыуған көнөнә бүләккә шәшке тун һорай.
– Шул хәтлем кейем нимәгә икән уға?
– Белмәйем, алып биргәнем юҡ әлегә.

* * *
– Эх, хәләл ефетең президент һымаҡ булһа ине ул!..
– Шундай уҡ аҡыллы, күрмә­лекле, тиһеңме?
– Юҡ, дүрт-биш йыл һайын алмаштырыу мөмкинлеген күҙ уңын­да тотам.

* * *
Ҡармағын күтәреп, ихатаһынан сығып барған берәү күршеһенә тап була.
– Ҡайҙа киттең, йүләр? – ти тегеһе. – Балыҡ аулау миҙгеле ябылғанын белмәйһеңме ни!
– Сеү, беләм дә ул... Ҡатыным берүк ишетеп ҡалмаһын…

* * *
Раян Баян улының хеҙмәт хаҡы – “Гиннесстың рекордтар кита­бы”нда. Ул йыл аҙағында мул ғына алған премияһын ҡатынынан йәшереп, шунда тығып ҡуйған.


Вернуться назад