Йондоҙнамә13.02.2015
(16 – 22 февраль)
ҠУҘЫ (21.03 – 19.04)
Хистәрегеҙ яңырыр, күңе­ле­геҙ ҡайҙалыр ашҡыныр. Шу­ға мөхәббәт өлкәһендә уйлап сығарыу һәләтегеҙҙе файҙала­ны­ғыҙ, икенсе яртығыҙҙы ғә­жәп­­ләндерегеҙ. Є бына эше­геҙ­­ҙә ниндәйҙер яңы тәҡ­дим яһарҙар. Сәләмәт­легегеҙ­гә килгәндә, юлдарҙа һаҡ бу­лығыҙ.

БУЃА (20.04 – 20.05)
Яҙмыштан уҙмыш юҡ, ти­һәләр ҙә, бирешмәгеҙ, сабыр, тыныс булығыҙ. Ваҡиғалар тиҙ­ҙән көйләнер. Етәкселек ме­нән дә һүҙгә килешергә ты­рышмағыҙ. Ѓөмүмән, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Шул ваҡытта киҙеү ҙә һеҙҙе урап үтер.

ИГЕҘӘКТӘР (21.05 – 21.06)
Был аҙнала ҡайҙалыр сә­йә­хәт ҡылһағыҙ, юлдарығыҙ уңыш килтермәксе, кемдер хат­та һөйөүен белдерер. Є бына ҡышҡы һалҡындарҙан һаҡланыу ҡамасауламаҫ.

ҠЫҪАЛА (22.06 – 22.07)
Ћөйгәнегеҙ менән мөнәсә­бәттәр киҫкенләшһә, бер аҙға яңғыҙ ҡалыу яҡшыраҡ. Эше­геҙҙә яңы тәҡдимдәр көтә. Є бына юлдарҙа һаҡ йөрөү кәңәш ителә.

АРЫҪЛАН (23.07 – 22.08)
Тормош икенсе яртығыҙға булған хистәрегеҙҙе һынай, ахырыһы. Шуға хәл-ваҡиға­ларҙы ҡуйырта күрмәгеҙ, түҙе­геҙ. Ваҡыт барыһын да үҙ урынына ҡуйыр.
ЉЫҘ (23.08 – 22.09)
Йорттағы мәшәҡәттәр ­бө­тә­һен дә артҡы планға күсерер. Єммә бирешмәгеҙ, күңел төшөнкөлөгөнә бирел­мә­геҙ. Өҫтәүенә күптән йон­сотҡан сирҙәрҙең яңынан “баш ҡал­ҡытыуы” ихтимал.

ҮЛСӘҮ (23.09 – 22.10)
Үҙегеҙҙе – яңы әйберҙәр, яҡындарығыҙҙы бүләктәр ме­нән һөйөндөрөгөҙ. Бөтәһе лә ҡулығыҙҙан килер, хатта үҙе­геҙҙә диңгеҙ кисерлек дәрт-дарман тойорһоғоҙ. Эшегеҙҙә лә ҡыйыуыраҡ булығыҙ.

САЯН (23.10 – 21.11)
Икенсе яртығыҙҙың туған­дары менән осрашыуҙы кисереп тороу яҡшыраҡ, сөнки әле күңелегеҙҙең кире хис­тәргә тулған осоро. Хатта теш табибына ла бармай тороу хәйерлерәк.

УҠСЫ (22.11 – 21.12)
Юлда кем менәндер та­ны­шырһығыҙ. Эшегеҙҙә договор­ҙарға ҡул ҡуйыу өсөн бик отош­ло осор икәнлеген күҙ уңы­нан ысҡындырырға ярамай.

ЫЛАҠ (22.12 – 19.01)
Ћөйгәнегеҙ иғтибарығыҙға һыуһаған. Уға берәй бүләк бирегеҙ. Ѓаиләгә ниндәйҙер ҙур әйбер алыу өсөн дә бик уңайлы осор.

ЋЫУҒОЯР (20.01 – 18.02)
Был көндәрҙә дуҫлыҡ-танышлыҡ һөҙөмтәһендә әллә ниндәй эштәрҙе хәл итергә мөмкин. Ваҡытты файҙаланып ҡалығыҙ, отолмаҫһығыҙ.

БАЛЫҠ (19.02 – 20.03)
Үткәндәргә кире ҡайтыу фәтүәһеҙ. Шуға икенсе ярты­ғыҙҙың быға тиклемге тормошо менән ҡыҙыҡһыныу кәрәкмәй. Єлегә эшегеҙҙә лә яңы башланғыстар осоро түгел.


Вернуться назад