Жандарм тиһәм, йәлләт икән…13.02.2015
Һалҡын һуғыш осоронда “донъя жандармы” тигән төшөнсә булды. Уны башлыса Америка империализмына ҡарата совет пропагандаһы ҡулланды. Ысынлап та, Монро доктринаһына ярашлы, Америка ҡитғаһы АҠШ ҡарамағында ғына булырға тейеш ине. Никарагуала Самосаның ҡанлы диктатураһын да Аҡ йорт “Әлбиттә, Самоса – эт, әммә үҙебеҙҙең эт” тип ҡабул итте. Бөтә донъя буйынса АҠШ үҙенең хәрби базаларын, Донъя океанында авианосецтар етәкләгән флотын тотто.


1959 йылда Кубала барлыҡҡа килгән Фидель Кастро режимын блокадаға дусар иттеләр. СССР тарҡалғас, донъяла бер яҡлы ғына система барлыҡҡа килде. Пропагандалау маҡсатында ғына ҡулла­ныл­ған “жандарм” төшөнсәһе, үҙенә ҡаршы булырҙай көс тапмағас, киңәйтелде, һәм АҠШ бер кемдән дә һорамайынса башҡаларҙы язаға тарттырыу хоҡуғы алды. Берләшкән милләттәр ойошмаһы (БМО) үҙенең элекке статусын юғалтты, тиһәң тә хата булмаҫ. Донъяны тәртиптә тотоп торған халыҡ-ара килешеүҙәргә АҠШ аяғын һөрттө, һәр дәүләтте тик үҙенең “демократик” ҡанундарына яраш­лы хөкөм итә башланы. Жандармдан йәлләткә әйләнде, тиһәң дә хата булмаҫ.
Быны иҫбатлау өсөн Афғанстан, Ираҡ, Ливияны ғына миҫалға килтереү етә. Үҙәк разведка идаралығының (ЦРУ) бөтә донъя буйлап таралған йәшерен төрмә­ләрендә меңәрләгән ғәйепһеҙ кеше тотола. Мәҫәлән, һуңғы 10 йылда Рәсәйҙә ҡорал етештереү серҙәрен белгән 70-тән ашыу кешенең сәйер һәм аңлайышһыҙ үлемендә “Наша версия” гәзите туранан-тура АҠШ-ты ғәйепләй.
Тағы ла бер асыҡ миҫал. Һуңғы ваҡытта АҠШ-тың иғтибары ваҡытлыса кәмеүе арҡаһында, Латин Америкаһы дәүләттәре үҙаллы сәйәсәт ала баш­лағайны, бигерәк тә Венесуэла менән Боливия. Ни өсөндөр был дәүләттең ли­дерҙары бер-бер артлы яман шеш ауырыуынан үлә башланы. Был исемлектә хәҙер алты кеше, шул иҫәптән Аргентина президенты Рауль Альфонсин (2009), Венесуэла президенты Уго Чавес (2011) бар. ЦРУ-ның Фидель Кастроны 637 тап­ҡыр үлтерергә маташҡаны бөтәһенә лә мәғлүм. Америка арсеналында яза ифрат күп. 2011 йылда МВФ етәксеһе Доминик Стросс-Кан революция идеяһы менән сығыш яһағайны. Ул, бөтә донъя өсөн ур­таҡ Үҙәк банк төҙөргә кәрәк, һәр дәүләткә үҙ аҡсаһын баҫыу өсөн квота билдә­ләнәсәк, был долларҙың гегемонияһы бөтөүгә килтерәсәк, тине. Тиҙ арала был финансисҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғат­тылар, ул, йәнәһе, ҡунаҡханала кемделер көсләгән. Ошо юл менән уның карье­раһын юҡҡа сығарып ҡуйҙылар, ярай әле, төрмәгә ултыртманылар. Франциялағы һуңғы фарстың артында ЦРУ-ның ҡулы торғанын да тоҫмалларға була, күп дәлилдәр ошо турала һөйләй.
Ғәрәп, ислам дәүләттәренә ҡарата “төҫ­лө” революциялар ойоштороуҙы өҫ­төн күрҙеләр. Югославия, Сүриә, Украинала был һуғыш формаһын алды. Ма­лайзияға ҡарата ҡулланылғаны үҙенең мәкерлеге менән айырылып тора. Бер йыл эсендә генә был дәүләттең өс самолеты төрлө һәләкәткә осраны (беренсеһе океанда эҙһеҙ юғалды, икенсеһе Украина һауаһында шартланы, өсөнсөһөн Ява диңгеҙендә таптылар), йөҙәрләгән кеше һәләк булды. Ни өсөн был дәүләт АҠШ-тың дошманына әйләнгәне ҡыҙыҡһын­дырҙы мине. Баҡтиһәң, быға бик етди сәбәптәр булған. Ваҡытында МВФ Азия­ның дүрт дәүләтендә беҙҙәге һымаҡ реформалар үткәргән. Уның кәңәштәрен тыңлаған Таиланд, Филиппин һәм Индонезияла иҡтисади үҫеш башлыса бер генә йүнәлештә барған. Малайзия, Көн­байыш белгестәрен тыңламай, башлыса милли мәнфәғәтен күҙәтеп үткәргән реформалары арҡаһында иҡтисади яҡтан тиҙ үҫкән (йылына уртаса 5 процентҡа), теге өс дәүләтте күпкә артта ҡалдырған. Был миҫал Азия дәүләттәре алдында асыҡтан-асыҡ МВФ-ты, тимәк, уның артында торған АҠШ-ты, ғәйепләүгә тиң. Малайзияның Рәсәй самолеттарын әүҙем һатып алыуы ла мәғлүм. Иң мөһиме – 2007 йылда был дәүләттең элекке премьер-министры Мәхәтхир Мөхәммәт, махсус халыҡ-ара трибунал булдырып, Көнбайыш дәүләттәренең 2003 йылда Ираҡта ойошторған һуғышы буйынса процеста кесе Джордж Бушты, Тони Блэрҙы, Дональд Рамсфелдты, Дик Чейнины ғә­йепле тип таба. Күрәһең, Америкаға был хөкөм оҡшап етмәгән – Малайзия баш­лан­ғысы башҡа урында ҡабатланмаһын өсөн, унан ошо формала ҡоһорон ала ла инде.
Гаага трибуналының үҙ функцияларын тейешенсә үтәмәүе арҡаһында 1967 йыл­да билдәле философтар Бертран Рассел менән Жан-Поль Сартр АҠШ-тың Вьет­намдағы енәйәттәрен тикшереү маҡ­са­тында махсус трибунал ойоштора. Был судтың, рәсми статусы булмаһа ла, донъялағы абруйы бик ҙур. Унда Чилиҙа, Фәләстанда, Ираҡта булған енәйәттәр ҙә тикшерелде. 2014 йылда был трибунал Барак Обама, Петр Порошенко, Жозе Мануэль Баррозу, Андерс Фог Расмуссенды Украинала ойошторолған һуғышта ғәйеп­ле тип тапты.
АҠШ донъяла үҙенең тотҡан урынын юғалтмаҫ өсөн бер нәмәнән дә тартынмай. Әммә халҡыбыҙҙың “Эт этлеген иткән, үҙ башына еткән” тигән әйтемен оноторға кәрәкмәйҙер.






Вернуться назад