“Тамыр йәйгән” төҙөлөш йәки Өйҙәш лицей13.02.2015
“Тамыр йәйгән” төҙөлөш  йәки  Өйҙәш лицей Гәзитебеҙҙә “Халыҡ тауышы”, “Башҡортостан”дың “Тиҙ ярҙамы” тигән рубрикалар барлыҡҡа килгәс, редакцияға хаттар, мөрәжәғәттәр, һорауҙар, үтенестәр айырыуса күп килә башланы. Халыҡты башлыса социаль хәл, йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлек, битарафлыҡ, урындағы власть менән килешмәү, ябай кешенең хоҡуҡтары тулыһынса яҡланмау осраҡтары һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр борсой.
Күптән түгел редакцияға сираттағы ялыу хаты килде. Уны Республика башҡорт лицей-интернаты уҡыусыларының ата-әсәләре ебәргән.

“Белем усағы һөҙөмтәле эшләй, әммә ҡатмарлы хәл алдында ҡалдыҡ, – тиел­гән яҙмала. – Лицей-интернаттың уҡыу бина­һы авария хәлендә. “Пром­граж­дан­проект”, “ПСК Мегаполис” йәмғиәт­тә­ренең техник баһалауы һығымтаһына ярашлы, ул эшкә яраҡһыҙ тип табылды. Уҡыу би­на­һына капиталь ремонт талап ителә, ашхана бөтөнләй туҙған. Республика Мәғариф министрлығының 2011 йылдың 24 октябрендәге бойороғона ярашлы, әлеге көнгә ҡәҙәр беҙҙең балалар 5-се һөнәрселек училищеһының санитария ҡағиҙә­ләренә һәм янғынға ҡар­шы талаптарға яуап бирмәгән бинаһында белем ала. Училищела класс-кабинеттар етеш­мәй, был уҡыу процесын ҡатмарлаш­тыра...”
Хат авторҙары биналағы башҡа етеш­һеҙ­лек­тәр­ҙе һанап үткән, шулай уҡ лицей-интернат­та сифатлы белем бирелеүен, уҡыу­сы­лар­ҙың республика ғына түгел, ил, донъя кимәлендәге конкурстарҙа, олимпиада­ларҙа ҡатнашып, уңышҡа өлгәшеүен билдәләгән. “Бала­ла­ры­быҙ­ҙың лайыҡлы белем һәм тәрбиә алырына ныҡлы ышанып, уларҙы тап ошо уҡыу йортона алып килгәнбеҙ. Ләкин элек-электән алдынғы сафта булған лицейға ошондай битараф ҡарашты – капиталь ремонт­тың һаман да башланмауын – аңлай ал­майбыҙ”, – тип борсолоуын белдергән улар. Мәсьәләнең асы­лы­на төшөнөргә ниәт итеп, Өфөнөң Ҡулса урамында урын­лашҡан милли мәктәпкә юлландыҡ.
“Тамыр йәйгән” төҙөлөш  йәки  Өйҙәш лицейТарихҡа күҙ һалғанда, тик егеттәрҙе ҡабул иткән үҙенсәлекле белем усағы уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында асылды. Башҡорт, урыҫ, төрөк, инглиз телдәрен яҡшы белгән, киләсәктә миллә­тен үҫтерә алырҙай ир-ат әҙерләү маҡ­саты менән ойошторолдо ул. Лицей егеттәре элек-электән һәләтле, етди, һәр эштә өлгөр булыуы менән айырылып торҙо. Әлеге осрашыуҙа ла уҡыу йор­тоноң педагогтары тәү сиратта шуны билдәләне.
– Лицей асылғандан бирле ошонда эшләйем, – тип башланы һүҙен башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Аида Абдуллина. – Бында тәүҙән үк, ныҡлы белем биреү менән бер рәттән, тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленде. Шуғалыр ҙа лицейҙы төрлө йылдарҙа тамамлаған егеттәрҙе ғилемгә ынтылыш, ныҡышмалылыҡ, рух­лылыҡ, олоһона ла, кесеһенә лә ихтирам кеүек күркәм сифаттар берләштерә. Лә­кин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошолай һө­ҙөм­тәле эшләгән тәрбиә усағын яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуйҙылар...
Уҡытыусылар әйтеүенсә, 2012 йылда капиталь ремонтҡа юл һалына биреп ҡуйған: күпмелер аҡса бүленеп, экспертиза үткәрелгән. Унан эш туҡтап ҡалған. Быйыл июндә экспертизаның срогы үтә, уны яңынан уҙғарыу талап ителәсәк.
– Өс йыл буйы нисек инде эште башламаҫҡа мөмкин?! – тип аптырауын белдерҙе педагогтар. – Буш торһа ла, бинаны йылытырға кәрәк. Юғиһә ул бө­төнләй ҡыйралып төшәсәк. Ошолай йы­лытыу өсөн генә лә йылына әллә күпме аҡса тотонола. Тотош илдә сы­ғымдар ҡыҫҡартылған мәлдә бының тап киреһе күҙәтелә түгелме? Капиталь ремонтты башлауға ярҙам һорап, төрлө урынға мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ, ләкин һөҙөмтә юҡ. Хаттарыбыҙ бер ерҙән икен­сеһенә тапшырылып, урап тик йөрөй.
“Тамыр йәйгән” төҙөлөш  йәки  Өйҙәш лицейПедагогик коллектив тағы ла шуға хә­үеф белдерә: лицейҙың шәхси бинаһына ремонт яһауҙы һаман да һуҙыу уҡыу йор­тоноң абруйын төшөрөп, уның бөтөнләй ябылыуына юл ярмаҫмы? “Алтын” белем бирелгән хәлдә лә, ата-әсә иң тәүҙә балаһының уҡыу, йәшәү шарттарына ҡарай бит.
– Беҙҙең уҡыусылар араһында күп­селекте ауыл балалары тәшкил итә, – тип дауам итте һүҙен Аида Абдуллина. – Белеүегеҙсә, хәҙер төпкөлдәрҙә ҡот осҡос хәл – мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары ябыла, йәштәр ҙурыраҡ урындарға йә­шәргә күсә. Ошондай шарттарҙа милли киләсәк быуын мәнфәғәтендә ҡалалар­ҙағы лицей-гимназияларға иғтибар арт­тырылырға тейештер бит. Ауыл хал­ҡының күпселеге хәҙер тап ошондай уҡыу йорттарына күҙ терәй. Балаһына бында ла тейешле шарттар тыуҙырыл­маһа, кешеләрҙең мәғариф тармағына, киләсәктең яҡты булырына ышанысы бөтөнләй быҫҡып һүнмәҫме?
– Беҙ егеттәргә һәр саҡ: “Һеҙ – буласаҡ етәкселәр, ғаилә башлыҡтары”, – тип әйтә киләбеҙ. Әммә уларға был маҡсатта тейешле әҙерлек бирерлек мөмкинлегебеҙ юҡ, – тип һүҙгә ҡушылды педагог Таңсул­пан Исламова. – Ни өсөн тигәндә, өйҙәш булып йәшәгән әлеге бинала спорт залы юҡ, һөҙөмтәлә уҡыусылар башҡа тиңдәш­тәре менән берҙәй физик тәрбиә алыуҙан мәхрүм. Йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу маҡсаты киң йәйелдерелгән ваҡытта беҙҙекеләр ситтә ҡалырға тейешме?
– Бындағы шарттар санитария нормаларына тап килмәй, кабинеттар иҫке, те­йеш­ле кимәлдә яҡтыртылмай, – тип өҫ­тә­не педагог Гөлнара Рәшитова. – Килә­сәктә Ва­танын һаҡлар, илдең именлеге өсөн яуап бирер егеттәр ошондай шарттарға лайыҡмы?
Уҡытыусы Мәүлиха Дәүләтшина иһә лицей уҡыусылары араһында күпселек­тең техник йүнәлеште һайлауын билдә­ләне.
– Илдә, республикала тап шундай бел­гестәргә мохтажлыҡ хаҡында йыш һөй­ләйҙәр, яҙалар, – тине ул. – Мәғлүм бу­лы­уынса, беҙҙең лицейҙа техник фән­дәр төплө өйрәтелә. Шул уҡ ваҡытта башҡорт, урыҫ, инглиз телдәре ныҡлы үҙләштерелә. Тимәк, киләсәктә башҡа ил­дәр менән киң хеҙмәттәшлек алып барыр­лыҡ белгестәр тәрбиәләйбеҙ. Ошондай ышаныслы быуынды насар шарттарҙа өйҙәш итеп йәшәтеп, ҡанатын һындыр­маһаҡ ине.


Фәнил НУРИЕВ, Республика башҡорт лицей-интернаты директоры:

– Әле беҙҙә республиканың төрлө район-ҡалаһынан 320 бала белем ала. Һәр осорҙа ла заман менән бергә атларға тырышҡан уҡыу йортонда башлыса техник белемле йәштәр әҙерләнә, гуманитар йүнәлешкә лә иғтибар ҙур. Былтыр, мәҫәлән, ҡытай теле лә өйрәтелә башланы.
Беҙҙең уҡыусылар төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа алдынғылыҡты бирмәй. Республиканан тыш, Мәскәүҙә, Ҡаҙағстанда, Төркиәлә инглиз теле, химия, информатика буйынса призлы урын яулағандар булды. Лицей-интернат смарт-мәктәптәр составына инде, робот техникаһы менән республикала тәүгеләрҙән булып шөғөлләнә башланыҡ. Сығарылыш уҡыусыларының барыһы ла тиерлек белем алыуын юғары уҡыу йорттарында дауам итә.

Артур БАСТАНОВ, лицей-интернаттың 1997 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, иҡтисад фәндәре кандидаты:

– Туған лицейыбыҙҙың бөгөнгө хәле барыбыҙҙы ла ныҡ борсой. Башлыса ауыл балалары белем алған уҡыу йортоноң өсөнсө йыл инде өйҙәш булып йәшәүен күреү еңел түгел. Уҡыу корпусына капиталь ремонт яһауҙы, ашхананы тотошлай яңыртыуҙы күҙ уңында тотоп, иҫәпләп сығарғайныҡ, 150 миллион һум самаһы аҡса кәрәклеге асыҡланды.
Ә белем биреү сифатына килгәндә, лицейға һәр яҡлап ярҙам итеп торабыҙ. Ошонда төрлө йылдарҙа уҡыған егеттәр бергәләп “Үҫеш” фондын булдырғайныҡ. Йыйылған аҡсаға лицейға заманса ҡорамалдар алырға булышлыҡ итәбеҙ, ҡыҙыҡлы саралар уҙғарабыҙ. 22 февралдә, мәҫәлән, “Зарница” уйыны ойошто­рорға планлаштырғанбыҙ. Ғөмүмән, аныҡ маҡсатта уңышлы эшмәкәрлек алып барған алдынғы лицей бөгөнгө мөнәсәбәткә лайыҡ түгел.


Вернуться назад