Ташлама ҡаралғанмы?13.02.2015
Өйөбөҙҙәге электр счетчигы ватылды: хәҙер ут бар, ә һандар әйләнмәй. Яңы прибор алып ҡуйҙыртырға пенсия аҡсаһы етмәй. Бының өсөн ташлама юҡмы икән?

Б. МИҢЛЕЙӘРОВА.

Иглин районы.

Љыҙғанысҡа ҡаршы, ҡануниәттә бындай мөмкинлек ҡаралмаған. Єммә һеҙ прибор хаҡын биш йылға һуҙып түләү хоҡуғына эйәһегеҙ. Был хаҡта “Энергияны һаҡлау һәм энергия һөҙөмтәле­леген күтәреү тураһында”ғы 13-сө Федераль законда әйтелә. Ѓариза менән урындағы электр һатыусы компанияға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Приборҙы алмаштырмаһағыҙ ҙа бу­ла. Был осраҡта ут өсөн электр энер­гия­һын файҙаланыуҙың уртаса күр­һәт­кесе буйынса түләргә тура киләсәк. Є хаҡты электр счетчигының һуңғы алты айҙағы күрһәткестәренә ҡарап билдәләйә­сәк­тәр.


Алдан иҫкәртергә тейешһегеҙ

Яңғыҙ әсәмен. Ике йәшлек улымды ҡалдырып торорға кеше булмау сәбәпле, хеҙмәт урынынан китергә мәжбүрмен. Є фирма минән тағы ике аҙна эшләүемде талап итә. Был законлымы? Минең ниндәй хоҡуҡтарым бар?
Айгөл.
Учалы ҡалаһы.

Хеҙмәт кодексында мотлаҡ «ике аҙ­на эшләргә» тигән төшөнсә юҡ. Хеҙ­мәт­кәр эш урынынан китер алдынан етәк­сеһен ике аҙна алдан иҫкәртергә тейеш. Ћеҙгә баланы ҡарау өсөн өс йәшкә тиклем административ ял һорап, ғариза яҙырға кәрәк. Эш биреүсе уға ҡул ҡуйыуҙан бер нисек тә баш тарта алмай.

Исемлектә ул юҡ

Ҙур һыуытҡыс һатып алдым, ләкин ул ғаиләмдең бүтән ағзаларына оҡшаманы. Беҙ әлеге тауарҙы ете көн эсендә магазинға кире тапшыра алабыҙмы?
Д. ВӘЛИЕВ.
Бөрө ҡалаһы.

Юҡ, сөнки һыуытҡыс ҡул­ла­ныу­сы­ның теләге буйынса кире ҡабул ите­лергә тейешле тауар түгел. Рәсәй Хө­күмәте 1998 йылдың 19 ғинуа­рында ҡабул иткән 55-се ҡарарҙа аҙыҡ-түлек тип һаналма­ған, төҫө, комплектацияһы, формаһы буйынса кире ҡайтарып йәки алмаштырып бул­маған тауарҙар исемлеге бирелгән. «Љулланыусылар хоҡуҡтары тураһын­да»­ғы Закондың 18-се статьяһына яраш­лы, һыуытҡыс техник йәһәттән ҡат­марлы тауарҙар исемлегенә инә, шуға уны төҙөк булмаһа йәки етешһеҙлектәре табылһа ғына ун биш көн эсендә мага­зинға кире илтергә мөмкин.


Ни өсөн һыуыҡ?

Фатирҙа батареялар ныҡлап йылытылмағанлыҡтан бүлмәләр һыуыҡ һәм еүеш. Йорт идаралығына мөрәжәғәт итергәме? Нимә эшләргә?
М. ФӘХРИЕВА.
Өфө ҡалаһы.

ГОСТ Р 51617-2000 дәүләт стан­дар­ты­ның 3-сө бүлегендәге таблицаға ярашлы, һауа температураһы фа­тирҙа 18 градустан, йорт мөйөшөндәге бүлмәләрҙә 20-нән кәм булмаҫҡа тейеш. Был температураның төнгө сәғәт 12-нән таңғы 5-кә тиклем 3 гра­дусҡаса төшөүе “ғәфү ителә”, ә бына көндөҙ градусник үрҙә әйтелгәндән кәмерәк күрһәтһә, йәғни норманан түбән икән, йорт ида­ралығынан һәр сәғәте өсөн түләүҙе 0,15 процентҡа кәметеүҙе талап итеп була.

Рубриканы Айһылыу
НИЗАМОВА алып бара.




Вернуться назад