Башҡортостандың Ћаулыҡ һаҡлау министрлығы мәҡәләгә яуап хатында бала табыу һәм унан һуңғы ваҡытта ҡатындарға медицина ярҙамын күрһәтеү Рәсәйҙең Ћаулыҡ һаҡлау министрлығы 2012 йылдың 12 ноябрендә ҡабул иткән “Акушерлыҡ һәм гинекология (ярҙамсыл репродуктив технологияларҙы файҙаланыуҙан тыш) йүнәлеше буйынса медицина ярҙамын күрһәтеү тәртибен раҫлау тураһында”ғы ҡарарына ярашлы атҡарылыуы хаҡында белдергән. Бала тапҡандан һуң ҡатынға медицина ойошмаһында өс тәүлек булырға тәҡдим ителә. Дауахананан һуң ул теркәлгән йәшәү урыны буйынса ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына диспансер күҙәтеүе өсөн ебәрелә. Медицина тураһындағы әҙәбиәт мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бәпесләгәндән һуң ҡатындарҙың енси органдарының елһенеү сирҙәре көсәйә. Шуға инфекция ауырыуҙарынан һаҡланыу өсөн ҡатындарға дауахананан иртәрәк сығырға кәңәш ителә.
К. Шәмсетдиновтың хатында пациенттың исем-шәрифе күрһәтелмәүе сәбәпле, ундағы һорауҙарға аныҡ яуап биреп булмауы билдәләнгән.
Министрлыҡтан килгән хатта шулай уҡ, “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы 323-сө Федераль закондың 13-сө статьяһындағы 1-се, 2-се пункттарға ярашлы, граждандың медицина ярҙамы күрһәтеү тураһындағы мөрәжәғәте, уның сәләмәтлеге, диагнозы, тикшереү ваҡытында алынған мәғлүмәттәр табип сере булып тора, тиелә. Уларҙы башҡа кешеләргә, шул иҫәптән вазифалыларға ла, граждандың үҙенең йәки законлы вәкиленең яҙма рөхсәте нигеҙендә генә әйтергә мөмкин.
А. ӘХМӘТОВА әҙерләне.