Һирәк күренеш тип баһаланды13.02.2015
Милли йыр-моңдары, киң йөкмәткеле тапшырыуҙары менән халыҡтың һөйөүен яулаған телеканал ни өсөн күрһәтмәгән?
“Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы” дәүләт унитар предприятиеһы һәм “Милли юлдаш компания”һы йәмғиәте араһындағы килешеүгә ярашлы күрһәткән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тапшырыуҙары “Триколор ТВ”, “Триколор ТВ-Себер” проекттары ярҙамында эфирға сыға. Әле республика телеканалын уларҙың “Берҙәм”, “Алтын карта” пакеттарында ҡарау мөмкинлеге бар. Төп шарт – абоненттың юлдаш ҡоролмаһы MPEG-4 форматында эшләргә тейеш”, – тип аңлатты етәкселек үҙ хеҙмәтендәге тотҡарлыҡты. Телеканалдың күрһәтмәүе йәки сигналдың юғалып тороуы – бик һирәк күренеш. Бындай осраҡтарҙың техник сәбәптәргә, һауа торошона бәйле булыуы ихтимал, ти улар.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙарын “Триколор ТВ”, “ТВ-Себер” пакеттарында яҡшы сифатта ҡарау, етешһеҙлектәрҙе иҫкәртеү өсөн + 7-812-332-34-98 телефонына шылтыратырға, msk.tricolor.tv сайты аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.