Сәскә һалыр ер бармы?13.02.2015
Ғинуарҙа Европа илдәрендә, шул иҫәптән Рәсәйҙә Освенцим һәм Холокост фажиғәләрен иҫкә алыу саралары булды.
Мәскәү ҡалаһында был йәһәттән Президент Владимир Путин ҙур телмәр менән сығыш яһаны. Ул аяныслы фажиғәләр хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе киләсәк быуындарға еткереү өсөн күп эш башҡарыу мөһимлеген билдәләне.
Ошоға бәйле мине бер һорау борсой. Башҡорт ерендә булған Һөйәнтүҙ фажиғәһе урынында һәйкәл йә мемориал комплекс ҡуйылғанмы икән? Сәскә һалып китер ер бармы?