Бында өкө лә дауалай13.02.2015
Бында өкө лә дауалай Әҙәм балаһының ҡыҙыҡһыныуҙары сикһеҙ. Берәүҙәр ғүмере буйына конверт йыя, икенселәре тәмәке ҡаптары, төрлө тәңкәләр менән өйөн тултыра. Ә бына “Танып” шифаханаһының директоры Кашшаф Ямалетдинов уйынсыҡ өкөләрҙең коллекцияһын булдырған.

Уның эш бүлмәһендәге ошо һындарҙың иҫәбен барлап сы­ғырлыҡ түгел. Стеналағы сәғәт тә, өҫтәлдә торған ҡәләм-ручка һауыты, тәҙрә төбөндәге ваза ла шул ҡошто хәтерләтә.
Бында өкө лә дауалайСиләбе өлкәһендә тыуып үҫкән баш­ҡорт уҙаманы Кашшаф Сәйфит улының кол­лек­ция­һында уйынсыҡтарҙың нин­­дә­йе генә юҡ! Ағастан, мәр­мәрҙән, гәлсәр­ҙән, алтындан, көмөштән, баҡырҙан яһал­ғандары күҙҙең яуын алып тора.
Хәҙер өкө “Танып” шифа­ханаһының символына ла әүе­релгән. Ял итергә килгәндәрҙе ул ҡош ишек төбөн­дә үк ҡаршы ала, ҡайтҡанда оҙатып ҡуя. Дауаланыусылар был ҡош янында иҫтәлеккә фотоға төшөргә ашы­ға, уның менән уйнап та ала. Ә инде бындай күңелле мәлдәр – үҙе дауа.
Бында өкө лә дауалай– Мәскәүҙәге күргәҙмәгә ошо “тере” өкө­нө алып барғайныҡ, – тип хәтерләй Кашшаф Сәйфит улы. – Тәүҙә ул ҡы­­бырламай ғы­на ултырҙы. Ҡунаҡтар беҙ­­ҙең эргәгә килгәс, бейергә тотон­маһынмы! Эй ҡыҙыҡ булды. Халыҡ шул тиклем яратып өлгөрҙө өкөбөҙҙө. Сочиҙағы күргәҙмәлә лә шул уҡ хәл ҡабат­ланды.
Әйткәндәй, күпселек халыҡ­тарҙа өкө – аҡыл, сабырлыҡ билдәһе. Теле­ви­де­ние­лағы “Беренсе канал”да барған “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” телевикто­рина­һында тиктомалдан ғына ошо ҡош символ итеп алын­маған. Бынан тыш, бик күп уни­верситеттарҙың эмблемаһында ла өкө һынландырылған.


Вернуться назад