Һағындыра бит ул тыуған яҡ...13.02.2015
Һағындыра бит ул тыуған яҡ... “Кеше, маңлайына ни яҙылһа, шуны күрә” тигән борондан килгән ышаныу бар. Бигерәк тә ҡыҙҙар яҙмышы ел ихтыяры менән өҙөлгән япраҡ кеүек — ҡасан, нисек, ниндәй тарафтарға осоп китерен бер Хоҙай ғына белә. Шуның шикелле Әлфиә лә Сибай урамдарынан йүгерә-атлай йөрөгәндә тиҙҙән ошо төбәкте күреү өсөн зар-интизар булырын күҙ алдына ла килтермәгәндер.

Онотолмаҫ йәйге ял

Бәләкәйҙән йыр-бейеүгә әүәҫ ҡыҙ, 1996 йылда Силәбе мәҙәниәт кол­лед­жының хореография бүлеген тамамлап, Сибай дәүләт филармонияһының бейеү ансамблендә хеҙмәт юлын башлай. Бында бер йыл тәжрибә туплағас, бә­хетен һынап ҡарамаҡсы булып Ф. Fәскә­ров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә һынау үтергә бара. Алалар уны, һомғол буйлы, мөләйем йөҙлө Сибай ҡыҙы ансамблдең матур бер биҙәгенә әйләнә. Шулай сираттағы эш йылын тамамлап, артистар йәйге ялға сыға. Әлфиә, ялында Төркиәне күреп ҡайтырға уйлап, путевка һатып ала. Билет ҡулына эләккәс, эй шатлана — уның үҙ аҡсаһына ситтә үткәрәсәк тәүге ялы бит! Ә инде был ваҡиғаның яҙмышын хәл итерен аңламай әле йәш ҡыҙ.
Измир ҡалаһына килеп төшөп, икенсе көнөнә диңгеҙ буйына сыҡҡанда һы­лыуҡайға бер төрөк егете иғтибар итә һәм танышырға теләген белдерә. Төрөксә аңламаһа ла, ҡыҙ уның ниәтенә төшөнә һәм ҡәтғи рәүештә баш тарта. Егет урыҫса белмәй, әммә ым-ишара менән күңелендәген аңлатырға тырыша һәм янына килгән һайын ҡарашын ситкә борған ҡыҙҙың артынан бер тотам ҡалмай йөрөй башлай.
— Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарына бында иғтибар ҙурлығын һәм яҡын бәйләнеш­тәрҙең насар бөтөүе ихтималлығын ишетеп белә инем. Холҡом осоп-төшөп тор­ғандан түгел, теләһә ҡайҙа теләһә кем менән танышып, аралашып йөрөүгә ғәҙәтләнмәгәнмен. Етмәһә, сит илдә, ят милләт кешеһе менән. Шуға башта ҡәтғи рәүештә «юҡ» тинем, — тип һөйләй был хаҡта Әлфиә.
Тик Али (түшенә төртөп, исемен шулай тип атай) бик ныҡыш булып сыға. Ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре аша ҡыҙ хаҡында мәғлүмәттәр ала һәм ниәтенең етди икәнлеген иҫбатлау өсөн ниҙәр генә эшләмәй. Тәүлек әйләнәһенә туҡтауһыҙ сәскәләр ебәрә, мөхәббәт шиғырҙары яҙа, бүләктәр яһай, төрөк ҡунаҡ­сыл­лығын, ҡала матурлығын күрһәтә. Шундай хистәр көтөп тулышҡан йәш күңел нисек асылмаһын инде — асыла, ирей. Әлфиәнең мосолман ҡыҙы булыуы бигерәк тә һөйөндөрә Алиҙы. «Беҙ һинең менән өйләнешәбеҙ, һин минең ҡатыным булырға тейешһең», — ти егет үҙе табып алып килгән тәржемәсе аша тәүге осрашыуҙа уҡ.
Ҡыҙ, әлбиттә, ундай уҡ пландар ҡормай, был төрөк менән үҙен етди һәм тыйнаҡ тота. Бер нисә көндән Алиҙың ялы тамамлана һәм уға Төркиәнең көнсығышында урынлашҡан эш урынына китергә тура килә. 28 йәшлек егет яңы ғына үҙ бизнесын башлап ебәргән, уның фирмаһы хром, мәрмәр кеүек ҡаҙылма байлыҡтар табып, ситкә һатыуға сығара икән. Ул ҡыҙға: «Эштәремде бер аҙ яйға һалам да һине эҙләп табам һәм алып ҡайтам», — тип китә.
Ялдан һуң Әлфиә лә ҡайтып, үҙенең өйрәнгән, яратҡан эшенә сыға. Һәм шундай ғәҙәти көндәрҙең береһендә Али шылтырата: «Мин юлға сыҡтым, өйләнергә киләм». Ахырҙа хәлде әсәһенә аңлатырға тура килә. Китә аптыраш, ҡайнаш. Килеп төшә егет һәм бер нисә көн эсендә буласаҡ ҡәйнәһен нисектер ҡыҙын бирергә күндерә. Икеһе ике телдә һөйләшеп, бер-береһен бөтөнләй тиерлек аңламаһалар ҙа, әсә кеше егеттең ышаныслы икәнлеген тоя һәм йөрәген өҙөп булһа ла ризалығын бирә.
Тиҙ арала туғандарҙы йыйып, берәүҙәрҙе аптыратып, икенселәрҙе һоҡландырып никах уҡыталар ҙа кейәү кәләшен алып ҡайтып та китә. Барып төшһәләр, унда кейәү яғы юғалып ҡала. Баҡтиһәң, Али Рәсәйҙән кәләш алып ҡайтасағы хаҡында әйткәндә, берәү ҙә был хәбәрҙе етдигә алмаған икән. Ул былай ҙа эше буйынса күп йөрөй, шунлыҡтан йыйынып сығып китеүенә лә иғтибар итмәйҙәр. Ә ул кәләш алып ҡайтып төшкән! Шулай ҙа барыһы ла ҡустыларының, улдарының һылыу, белемле, етмәһә, мосолман динле ҡыҙҙы кәләш итеп алыуына шатлана.
— Ҡәйнәм Төркиәнең төпкөл ауыл­да­рының береһендә ете бала менән ирһеҙ тороп ҡалған һәм, балаларын кеше итеү ниәте менән, әллә күпме ауырлыҡтар кисереп, ошо Измир ҡалаһына килеп төпләнгән, — тип һөйләй Әлфиә килен булып төшкән ғаиләһе хаҡында. — Улдарын да, ҡыҙҙарын да уҡытып, һәр береһен юғары белемле иткән. Апайҙары — табиптар, уҡытыусылар, ә ирем ағаһы менән бергә үҙ бизнесын булдырған. Шундай көслө, аңлы, тырыш ҡатын ул минең ҡәйнәм. Тәүге йыл мин уның менән йәшәнем, иремде ситтә эш менән мәшғүл ваҡытта айҙар буйына күрә алмағаным да булды. Ҡәйнәм иһә был мәлдә мине үҙҙәренең аш-һыуын яраштырырға, ундағы мөхиттә үҙеңде нисегерәк тоторға һәм, әлбиттә, сабырлыҡҡа, һығыл­малылыҡҡа өйрәтте. Рәхмәтлемен уға.

Ә ниндәй ул төрөк халҡы?

Бөгөн Әлфиә ханым Беслер — хөрмәт­ле, абруйлы Али әфәнденең һөйөклө ҡатыны, өс бала әсәһе. Ундағы тор­мошҡа, йәшәйешкә яраҡлашһа ла, үҙ-үҙен онотоп йортҡа бикләнмәгән. Ба­лалары бер аҙ ҡулдан төшкәс тә, шәхси мәктәпкә хореограф булып эшкә урынлашҡан. Унда Рәсәй уҡытыусылары юғары баһалана икән. Шулай уҡ Әлфиә уҡыусыларға скрипка серҙәрен тө­шөн­дөрә. Бер туй салоны сит илдәргә күл­дәктәр тәҡдим иткән реклама журналына фотоға төшөргә саҡырған уны хатта. Али рөхсәт иткәс, Әлфиә үҙен яңы йүнәлештә, модель сүрәтендә һынап ҡараған.
— Төркиәлә ҡатын-ҡыҙ үҙен иркен тота аламы ни?—тигән һорауға Әлфиә:
— Ҡатын-ҡыҙҙың белемле, һөнәрле булыуы сикләнмәй. Әлбиттә, йәмғиәттең ныҡлы ҡанундарына буйһонаһың, һәм ошо сиктәрҙә ижади эшләргә бер кем дә ҡамасауламай. Ирем — ҡалала билдәле, абруйлы кеше, һәм мин дә, уның ҡатыны һәм башҡорт ҡыҙы булараҡ, үҙ баһамды, кимәлемде һаҡларға тейешмен, — тип яуаплай.
— Ә ниндәй ул төрөк халҡы, ҡаты түгелдәрме? — тип һорайым, һаман да ниндәйҙер йөй эҙләгәндәй.
— Улар шундай асыҡ, алсаҡ. Хатта артыҡ ихлас тип әйтергә була. Беҙ бит ҡырыҫыраҡ, йылмайып, йылы һүҙҙәр әйтеп бармайбыҙ. Ә уларҙың теле татлы, бер-береһе өсөн йәнен бирергә әҙерҙәр кеүек. Туған-ара татыуҙар, бер-береһен ауырлыҡта ташламайҙар, балаларын етем ҡалдырмайҙар. Әйткәндәй, сабыйҙарҙы ныҡ яраталар. Урамда китеп барғанда берәйһенең, колясканан баламды алып, һығып ҡосаҡлап, һөйөп-үбеп китеүе мөмкин. Башта ундай хәлдән ҡурҡып киткәйнем, хәҙер өйрәндем инде. Ғаиләлә лә балаға йомшаҡтар, бөтөнләй тыймайҙар. Шунлыҡтан уларҙың бәлә­кәстәре ныҡ шаяра. «Их, шуларҙы тотоп алып сыбыҡлағанда», — тип уйлай торғайным. Ә асылда шул балалар яҡшы кешеләр булып үҫеп етә, тәртип боҙмай, эсмәй-тартмай, һәр береһе үҙ эшен асырға ынтыла, күптәре дин тота. Был өлкәндәрҙең йәш быуынды үҙ өлгөһөндә тәрбиәләүенән килә икән, баҡһаң.
— Өс бала төрөктәр өсөн күпме?
— Күп. Уларҙың бер, һирәкләп ике сабыйы булыуы ихтимал. Ә мин бына, үҙебеҙсә, өсәү булыуын теләнем. Унда күп балалы ғаиләләргә хөкүмәт ярҙам итмәй, льготалар юҡ. Шулай уҡ күп нәмә түләүле. Мәҫәлән, тәүге баламды тапҡанда дауаханала кендек ҡырҡыуҙа ғына ярҙамлаштылар ҙа артабан, сабыйымды ҡулыма тоттороп, икенсе көнгә сығарып та ебәрҙеләр. Һинең хәлең нисек, ауырыйһыңмы, балаң һаумы —унда уларҙың эше юҡ, иғтибар кәрәкһә, түләүле клиникаға бар. Йөклө ҡатындар бер ерҙә лә теркәлмәй, буласаҡ әсәнең дә, баланың да сәләмәтлеге күҙәтелмәй, шуғалырмы ауырыу булып тыуғандар күп. Был тәңгәлдә беҙҙә медицина хеҙмәт­ләндереүе яҡшыраҡ та, миһырбанлыраҡ та.
— Ул халыҡта туған-ара өйләндереү йолаһы бар, тип ишеткәйнем...
— Бар. Боронғо ҡанун буйынса йәшәгәндәр һаман да яҡын-ара бер-береһе менән никахҡа инә. Иремдең туғандары араһынан өс туған булғандар өйләнеште. Тик был ғәҙәт минең өсөн ят һәм нисектер… ҡырағай. Быны үҙ балаларыма бер ваҡытта ла рөхсәт итмәйә­сәкмен, ирем дә хупламай.

«Минең ҡәйнәм — алтын, мин уның бер һүҙен дә аңламайым»

— Өйҙә ниндәй телдә һөйләшә­һегеҙ?
— Төрөксә. Ирем урыҫса өйрәнә алма­ны. Беҙгә килгәндә: «Минең ҡәйнәм ал­тын, мин уның бер һүҙен дә аң­ла­майым», — тип шаяртырға ярата. Балаларым урыҫса белә. Сибайҙы яраталар, бигерәк тә беҙҙең профилакторийҙа ял итеүҙе әллә ни күрәләр. Бындағы мөхит, урыҫса-башҡортса тиңдәштәре менән аралашыу оҡшай, ахыры.
— Яратып «Великолепный век» сериалын ҡарағайным, ул фильмды төрөктәр үҙҙәре ҡараймы, Хөррөм хаҡында ниндәй фекерҙәр бар?
— Солтан Сөләймән быуатын ысынлап та бөйөк тип атай улар, Хөррөмдө лә хөрмәт менән телгә алалар. Әлбиттә, яуыз, яһил ҡатын булған, тиҙәр, әммә ниндәй сәбәптәр менән ундайға әйләнгәнен дә, ул заманда һәм шул урында бары тик ҡаты күңеллеләр тереклек итә алғанын да аңлайҙар.
— Һағындырамы?
— Әлбиттә. Башта бигерәк тә. Хәҙер балаларыма, эшкә әүрәйем. Аллаға шөкөр, ирем мине йыл һайын йәй тыуған яҡҡа ҡайтарып тора, балаларымды алып йөрөүемә лә ҡаршы килмәй. Ә бына беҙҙең урамда Санкт-Петербургтан бер ҡатын күп йылдар инде ҡайта алмай, төрлө сәбәп табып, ире рөхсәт бирмәй. Йәлләйем уны. Шундай хәлдәге Рәсәй, Башҡортостан ҡатындары етерлек, әммә килешеп, бер-береһенә ышаныс менән йәшәгәндәр ҙә аҙ түгел.
— Хәҙер ҡыҙҙар сит илгә, сит милләткә, бигерәк тә Төркиә, Мысыр кешеләренә тормошҡа сығырға ынтыла, Интернет аша таныша. Уларға ниндәй кәңәштәр бирер инең?
— Күрәсәген күрмәй ҡуймай инде берәү ҙә. Шулай ҙа тәү сиратта һаҡ булырға кәрәк, махсус рәүештә кемделер эҙләп китеү күп осраҡта бәлә генә сығара. Сит халыҡта бөтөнләй башҡа менталитет, башҡа аң, донъяны ҡабул итеү ҙә үҙҙәренсә. Быларға сит ерҙә көн итеү, туғандарҙан, ер-һыуыңдан айырылыуҙы, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа уларҙы бер ваҡытта ла күрә алмаҫыңды ла өҫтәгәндә, мәсьәләгә бик етди ҡарарға кәрәк. Бәхетемә, ирем заманса ҡарашлы, аңлы, мине яратҡан һәм хөрмәт иткән кеше булып сыҡты, ә бит бөтөнләй ауыр хәлдә ҡалған ҡыҙҙар ҙа бар. Сит ерҙә ир ҡатынына, үкенескә ҡаршы, берәү ҙә ярҙам итмәй. Шунлыҡтан, яҙмыш үҙе шулай хәл итмәһә, яттар араһына ынтылмағыҙ.
— Былтыр һеҙ Сибай филар­мо­нияһы концертында ҡатнаш­ҡайнығыҙ. Быйыл ундай пландар юҡмы?
— Әлегә иремдең килерен көтөп торам. Уны оҙатҡас, ижади эштәргә тотон­маҡсымын. Урал Иҙелбаев менән берлектә альбом яҙҙырам. Әле «Ҡурай» каналынан минең йырҙарҙы бирәләр, үҙем дә осраҡлы ғына ишетеп ҡалдым. Эшлекле тәҡдимдәр булһа, баш тартмаясаҡмын, әлбиттә. Бында килеп шулай ҡайнап эшләп китеү миңә тик ҡыуаныс ҡына.


Вернуться назад