Үткәндәре юҡтың киләсәге лә юҡ13.02.2015
Тыуған яҡтан бик алыҫ йәшәһәм дә, күңелем һәр ваҡыт тыуып үҫкән Ғафури районының Мәндем ауылында булды. Әлбиттә, тирә- яғыңдағы кешеләр менән үҙ телеңдә һөйләшеү – ҙур бәхет.

Рәсәйҙә аҡса хакимлыҡ иткән осорҙа башҡорт милләтендә лә тарҡаулыҡ һиҙелә башланы. Башҡорттар тоноҡ ҡына һыуҙа балыҡ тотор өсөн ҡармаҡтарын ҡороуға, башҡа милләттәр яҡшы сифатлы һөҙгөстәре менән эре-эре балыҡтарҙы биҙрәләп, тоҡлап алып та бөттө.
Ирекһеҙҙән, атаҡлы Һабрау сәсәндең ХVIII быуатта яҙып ҡалдырған шиғри юлдары иҫкә төшә:
Ҡыҙыл төлкө менән бүре емгә талаша,
Айыу уйнай – бына һиңә бер тамаша.
Анан ары, берен-бере йыға һуғып,
Табыштарын алды, китте тау-таш аша.
Бәй, шулай булмай ни: аҡса кемдә – власть шунда. “Һә” тигәнсе ер, урман, йылға-күлдәрҙе лә 49 йыллыҡ ҡуртымға алып була. Ул ерҙәрҙә йәшәгән аҫаба халыҡ бесән, утын әҙерләй, өй төҙөй алмаҫлыҡ хәлгә төшмәҫ тимә. Яңынан-яңы закондар сығарыуҙан ни файҙа, әгәр улар ябай халыҡтың мәнфәғәтен яҡламай икән?! Ошо закондар, аҙ милләтле халыҡтарға тейеш ерҙәрҙе ситтәргә ҡуртымға биреп, тәүгеләрен ерһеҙ, телһеҙ ҡалдырып, теҙ сүктереү яғында. Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен генә ҡарайыҡ. Төньяҡ-көнбайыш райондарҙағы башҡорттарҙы икенсе милләт итеп теркәүселәр ҙә булғыланы бит. Ундай әҙәмдәр үҙен генә түгел, Башҡортостан тарихын һанға һуҡмай, йолаларынан ситләшә. Шул сәбәпле, үҙ илендә йәшәгән башҡорт карикатуралағы кеүек һыңар аяғында баҫып торған крәҫтиәнде хәтерләтә, икенсе аяғын баҫыр ине лә – ере юҡ, үҙ ерҙәрен законлаштырып алыр ине лә – бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡаршылыҡтарға дусар ителә. Үҙ илендә эш таба алмаған төп халыҡ ситкә тайпылмай ҡайҙа барһын?!
Мин бигерәк тә киләсәк быуын өсөн хафаланам, сөнки ситтә йәшәгән күпселек яҡташта­рымдың балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә үҙ телен белмәй үҫә. Рәсәй демократияһының үткәне юҡ, үткәне юҡтың киләсәге лә юҡ.
Миҫал өсөн Төркмәнстанды алайыҡ. Уларҙа үҙ милләтен, сәнәғәтен, ауыл хужалығын емермәй, иҫкеләрен яңынан тергеҙеүгә күп көс һалына, халыҡҡа йылы, һыуыҡ һыуҙы, газды, электр энергияһын бушлай тотонорға рөхсәт ителгән. Төркмән халҡының араһында тарҡаулыҡ түгел, ә ғәҙел берҙәмлек хөкөм һөрә, сөнки уларҙың тормош арбаһы тәгәрмәсенә башҡалар таяҡ тығып маташмай. Милли йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, тарихына тоғро ҡалып, бер-береһен ихлас ихтирам итеп, матур йәшәүен дауам итә төркмәндәр.
Ғүмеремдең бер өлөшө тәбиғәт ҡосағында үткәнгә, бал ҡорттарының, ҡырмыҫҡаларҙың тормошон да байтаҡ күҙәттем. Ул йән эйәләре йөк, аҙыҡ-түлек ташыусыларына юл биреп, шул арала хәбәрләшеп, сит-яттарҙы үҙ биләмәләренә яҡын да ебәрмәй, яҡлап, ҡурсалап тороусан. Сөнки тарҡаулыҡ – ул аҙ милләтле халыҡтарҙың иң ҙур дошманы.
... Тыуған төйәгемде ҡайтып күрмәгәнгә 23 йыл уҙҙы. Атай-әсәйем, туғандарым, дуҫ-иштәрем ерләнгән зыяратҡа барып, хушлашып килеү мөмкинлеге лә юҡ, ҡайтыу юлдарын бөтөнләй яптылар. 1991 йылға тиклем, инвалид булараҡ, ике йылға бер авиабилетҡа бушлай талон бирелә, ҡышҡы осорҙа таксиҙан башҡа бар транспорттың да хаҡына 50 процент ташлама яһала ине.
Закон буйынса аяҡ-ҡулдарҙағы протездарҙы ике йыл һайын яңыртып торорға тейештәр, ә мин 19 йыл инде ҡалаға барып, яңыһын эшләтә алмайым, сөнки райондың, министрлыҡтың социаль-тәьминәт бүлектәре тиҫкәреләнә. Исмаһам, бер тапҡыр Өфөгә ҡайтып протездар яһатып килермен тип өмөтләнгәйнем, инвалидтарҙың ғына түгел, башҡа ҡатлам вәкилдәренең дә киләсәккә баҡҡан ышанысын селпәрәмә килтереп, аяҡ аҫтына һалып тапаны ҡайһы бер демократтар.
Күп милләтле СССР-ҙан еңелгән Германияла тормош башҡа: инвалидтарға хөкүмәт бушлай тәҡдим иткән фатирҙың күңеленә оҡшағанын һайлап алыу хоҡуғы бирелгән. Ә беҙҙә үҙеңдең өйөң була тороп та, йылылыҡ торбаһын аҡсаһыҙ үткәрмәйәсәктәр ҙә.
Баш-баштаҡлыҡ та, хаҡтар ҙа көндән-көн арта ғына. Шөкөр, йәшәр өсөн дәрт өҫтәп торған ҡәҙерле гәзитем – “Башҡортостан”ым барҙа, әллә ни күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, алға, киләсәк көнгә бағып, тоғро уҡыусы булып йәшәйем әле.

Әхмәт ҒӘЙНЕТДИНОВ,
I группа инвалиды.



Вернуться назад