Илһөйәрҙәргә – “Еңеү” проекты13.02.2015
Башҡортостан журналистары һәм музей хеҙмәткәрҙәре Волга буйы федераль округының Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләү уңайынан ойошторолған “Еңеү” проектында ҡатнаша ала. Акция йәштәр күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүгә, ватансылыҡ темаһын яҡтыртыуҙың яңы алымдарын булдырыуға йүнәлтелгән.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Еңеү” проекты “Иң яҡшы музей экспозициялары”, “Иң яҡшы хәрби-патриотик клубтар”, “Иң яҡшы журналист эштәре” тигән конкурстарҙы үҙ эсенә индерә. Тәүге номинацияла төбәк, ҡала, ауыл, мәктәп музейҙары ҡатнаша ала. Журналистарҙан хәрби-патриотик темаға ҡағылышлы эштәр ҡабул ителә. Конкурс еңеүселәренә гранттар ҡаралған.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 16 февралдән 5 апрелгә тиклем Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор аппаратына ебәрергә кәрәк. Электрон почта адресы – [email protected]. Белешмә өсөн телефон: (347) 280-84-93.










Вернуться назад