Табип, тракторсы, спортсы, фән эшмәкәре, уҡытыусы... Сираттағы бүләкләү тантанаһында ла республика Башлығы ҡулынан награда алғандар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар ине. Рөстәм Зәки улы залдағыларҙы ҡотлап, уларға уңыштар теләне.
– Был бүләктәрҙе намыҫлы, тырыш хеҙмәтегеҙ менән яуланығыҙ. Киләсәктә һеҙгә уңыштар, яҡшы кәйеф, сәләмәтлек теләйем. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, уңғандар! – тине төбәк етәксеһе.
Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының бүлек етәксеһе Рәшит Шәрипов “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы” тигән исем, ошонда уҡ врач-нейрохируг булып эшләгән Ринад Рәхмәтуллин “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләнде.
Ринат Рамазанов – Әбйәлил районының Ишҡол ауылынан. Ул “Зауралье-Агро” машина-технология станцияһында тракторсы-машинист булып эшләй. 27 йәшлек егеттең тырыш хеҙмәте Башҡортостандың Почет грамотаһы менән баһаланды. Йәрмәкәй районының Усман-Ташлы ауылы хакимиәте башлығы Раушания Хантимерова ла ошондай уҡ бүләк алып ҡыуанды. Тәүҙә мәктәп директоры булған, унан 15 йыл элек ошо вазифаға егелгән ҡатын яҡташтарының тормош ауырлығына бирешмәй йәшәүе хаҡында һөйләне.
– Ауыл халҡы матур йәшәргә ынтыла, күпләп мал-тыуар тота, эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнгәндәр ҙә бихисап, – тине ул.
Бүләкләнеүселәр араһында Үрге Ҡыйғы лицейының урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рая Рәхимйәнова ла бар ине. Ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен балаларға аң-белем биреүгә бағышлаған ханым “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Рая Таһир ҡыҙы – районда абруй яулаған шәхес.
– Уҡыусыларымдың урыҫ телен яратып, ихлас өйрәнеүе, белемгә ынтылышы, юғары уҡыу йорттарына күпләп инеүе ҡыуандыра. Район, республика кимәлендәге конкурстарҙа йыш ҡына призлы урындарҙы яулайҙар, Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса ла күрһәткестәребеҙ яҡшы, – тине ул.