Киҙеү һағалай13.02.2015
Көндәрҙең бер һалҡынайтыуы, бер йылытыуы кеше сәләмәтлегенә тәьҫир итмәй ҡалмай. Өҫтәүенә тап ошо осорҙа киҙеү ҡоторона башлай. Үткән аҙнала Башҡортостанда 23,5 мең кешегә киҫкен респиратор вируслы инфекция диагнозы ҡуйылған.
Киҙеү менән төрлө быуын вәкилдәре, айырыуса 7 – 14 йәшлек балалар сирләй. Өфөлә һигеҙ меңдән ашыу кеше ауырый, эпидемик сик 5,7 процентҡа күтәрелгән. Төбәктә А2 һәм В тибындағы грипп вирустары йөрөй.
А. МӨЛӨКОВА.
Венер ИҘЕКЄЕВ, Раевка үҙәк район дауаханаһының табип-эпидемиологы:
– Грипп менән сирләмәҫ өсөн ваҡытында прививка яһатыу хәйерле. Уны эшләтеп өлгөрмәгәндәргә күберәк емеш-еләк, мәҫәлән, С витамины күп булған лимон, әфлисун, һарымһаҡ ашарға кәрәк. Бынан тыш, поливитаминдар эсеү ҙә сирҙән һаҡланырға ярҙам итер.