Хоҡуғын белгән – үҙен яҡлаған13.02.2015
Хоҡуғын белгән – үҙен яҡлаған Бөгөнгө тормошобоҙҙо закондарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай, сөнки хоҡуҡи дәүләттә йәшәйбеҙ. Әммә ҙур көс һалып ҡабул ителгән ҡанундар ғәмәлдә тәьҫирлеме? Уларҙың үтәлеше күҙәтеүгә алынғанмы? Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу, ҡануниәт өлкәһендәге “ауыртҡан” урындарҙы яҡшыраҡ өйрәнеү, ярҙамға мохтаждарға кәңәш биреү, юл күрһәтеү маҡсатында редакцияла “тура бәйләнеш” ойошторолдо. Унда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә ИЛЬЯСОВА гәзит уҡыусыларҙы борсоған, тулҡынландырған һорауҙарға яуап бирҙе. Ҡайһы берәүҙәр бөгөн гәзит битендә сағылыш тапмаған үтенестәренә, мәсьәлә өҫтәмә рәүештә өйрәнелгәндән һуң, яҙма яуап аласаҡ. Ғөмүмән, халыҡтан килгән мөрәжәғәттәрҙе тыңлау, хәл итеү — парламентарийҙар эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлеш. Иң мөһиме — уҡыусыларыбыҙҙың теләге, баһаһы, фекерҙәре закондарҙы камиллаштырыуҙа иҫәпкә алынмай ҡалмаҫ тип ышанғы килә.
– Һаумыһығыҙ, Йомабикә Сәлә­хет­дин ҡыҙы! Һеҙгә Өфөнән Марсель Ҡотлоғәлләмов шылтырата. Иң тәүҙә “Башҡортостан” гәзите мөхәрририә­тенә халыҡ өсөн бик тә файҙалы “тура бәйләнеш”тәрҙе даими үткәргәне өсөн “Афарин!” тип әйтке килә. Ә һорауым шул: бер төркөм иптәштәр менән Өфө халыҡ-ара аэропортына ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев­тең исемен биреүҙе юллап, Башҡорт­остан Хөкүмәтенә мөрәжәғәт әҙер­лә­нек. Был Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан һәм мөһим халыҡ-ара саралар юҫығында урынлы ла, тарихи йәһәт­тән ғәҙел дә булыр кеүек. Ошо мәсьә­ләгә ҡарашығыҙ нисек, уға булышлыҡ итеү мөмкинлеге булырмы?
– Һорауығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең кеүек абруйлы шәхестең иғтибары “тура бәйләнеш”тең мәртәбәһен күтәрә. “Баш­ҡорт­остан Республикаһы алдында ҙур ҡаҙаныштары һәм күренекле хеҙмәттәре булған шәхестәрҙең иҫтәлеген, шулай уҡ айырым тарихи ваҡиғаларҙы мәңгеләш­тереү тураһында”ғы Законына ярашлы, граждандар бын­дай үтенес ме­нән Башҡорт­остан Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итеү хоҡуғына эйә, һәм һеҙ уны дөрөҫ файҙалана­һығыҙ. Ошо уҡ Закон буйынса бындай ҡарар исем би­реләсәк биләмә йәки объект урын­лашҡан муниципаль район­дың (был осраҡ­та – Өфө ҡала округы­ның) һайлан­ма органы тарафынан Баш­ҡорт­остан Республикаһы Баш­лығы эргәһендәге административ биләмә бүленеше буйынса Комиссия килешеүе һәм Хө­күмәттең ыңғай һығымтаһы нигеҙендә ҡабул ителә. Был исемлектә Башҡорт­остан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай күрһәтелмәгән, минең дә ундай вәкә­ләтем юҡ.
– Рөхсәт итһәгеҙ, тағы бер һора­уым бар ине...
– Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ!
– Һеҙ дәүләт эшмәкәре генә түгел, әҙибә лә. Шуға күрә хәҙерге башҡорт теле мөхитендә “презентация”, “инаугурация”, “саммит” кеүек һүҙҙәрҙең ҡул­анылыуына мөнәсәбәтегеҙ нисек? “Презентация” – күрһәтеү, “инаугурация” – вазифаға инеү, “саммит” осрашыу түгелме ни?
– Һеҙ хаҡлы. Күренеүенсә, һорауҙарға яуап биргәндә, мин дә “объект”, “админис­тратив” кеүек һүҙҙәрҙе ҡулланырға мәж­бүрмен, сөнки рәсми даирәлә уларҙы башҡортса атау ҡаралмаған. Был туған телебеҙҙең мөмкинлектәрен тулы файҙа­ланыу буйынса даими эш алып барылмауын күрһәтә. Донъя йылдам үҙгәрә, яңы төшөнсәләр көн дә тыуып тора, тимәк, тел дә үҫергә, замандан артта ҡалмаҫҡа тейеш. Әҙәбиәт йылында был мәсьәләгә ныҡлы иғтибар йүнәлтеү кәрәктер.
– Һаумыһығыҙ! Стәрлетамаҡтан шылтыратам. Исемем Зөлфиә. Дүрт бала әсәһемен. Өлкәне III класта уҡый, ҡалғандары бәләкәс әле. Бер бүлмәле фатирҙа торабыҙ. Еребеҙ бар. Йорт һала башлағайныҡ, барыһы ла аҡсаға килеп төртөлдө — төҙөлөштө дауам итергә мөмкинлегебеҙ юҡ. Аптырағас, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ниәтендә ҡала хакимиәтенә сиратҡа ла баҫтыҡ, әммә алға китеш һиҙелмәй. Күп балалы ғаилә булараҡ, субсидияға йәки башҡа төрлө ярҙамға өмөт итә алабыҙмы?
— “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Закондың 8-се статьяһы нигеҙендә торлаҡҡа мохтаж күп балалы ғаиләләр шәхси йорт төҙөү өсөн ипотека буйынса кредит рәсмиләштергән осраҡта субсидияға өҫтөнлөклө хоҡуҡ ала. Биш һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр урындағы үҙидара органдарында торлаҡҡа сиратта торһа, уларға фатир алыу өсөн социаль түләү ҡаралған һәм торлаҡҡа сертификат рәүе­шендә тапшырыла.
Әле Рәсәй Хөкүмәте кимәлендә күп балалы, шулай уҡ йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү сараларын киңәйтеү маҡсатында эш алып барыла. Уның ыңғай һөҙөмтәһе һеҙҙең ғаиләгеҙҙең дә хәлен еңеләйтер тигән өмөт бар.
– Һаумыһығыҙ, Йомабикә Сәләхет­дин ҡыҙы! Февраль һыуығында һеҙгә бер ҡосаҡ сәләмдәр ебәреп, Күгәрсен районының Аҙнағол ауылынан Владик Ҡыҙрасов шылтырата. Сәләм шулай уҡ “Башҡортостан” гәзите хеҙ­мәткәрҙәренә. Барығыҙҙы ла Әҙәбиәт йылы менән ҡотлайым. Һорауым иһә тел мәсьәләһенә ҡағыла. Республикала башҡорт теле дәүләт статусына эйә. Ни өсөн һуң беҙҙә эшләп сыға­рылған әйберҙәрҙең тышына урыҫса ғына яҙалар (мәҫәлән, шырпы ҡабын­да)? Башҡорт телендә рәсми мөрә­жәғәт (ғариза, хат) яҙҙым икән, уға яуап фәҡәт башҡортса булырға тейеш. Дәүләт хеҙмәтендә эшләгән кешеләрҙең иһә ике телде лә яҡшы бе­ле­үе шарт – быны законлаштырырға тәҡдим итәм.
– “Башҡортостан Республикаһы ха­лыҡ­тары телдәре тураһында”ғы Закон­дың IV бүлегендәге 4-се, 5-се статьялар республика граждандарына дәүләт органдарына, ойошмаларға тәҡдим, ғариза, ялыу ҡағыҙҙарын дәүләт телдәрендә, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының мөрә­жәғәт итеүсе үҙе һөйләшкән бүтән бер телендә яҙыу һәм шул уҡ телдә яуап алыу хоҡуғын бирә. Мөмкинлек булмаған осраҡта яуап өсөн дәүләт (беҙҙә – баш­ҡорт йәки урыҫ) телдәре файҙаланыла. Ошо уҡ Закондың 20-се статьяһы буйынса хеҙмәтләндереү өлкәһендә тел­дәрҙе ҡулланыу Рәсәй һәм Башҡортостан закондары менән билдәләнә. “Ҡулланыу­сылар хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы Федераль ҡанун тауарҙағы яҙыуҙың урыҫ йәки төбәктәрҙең дәүләт, шулай уҡ Рәсәй халыҡтарының туған телендә булыуын етештереүсе ҡарамағына ҡалдыра.
– Йомабикә ханым менән һөйлә­шергә теләгәйнем. Мөмкинме? Һаумы­һығыҙ!
— Эйе, тыңлайым һеҙҙе!
— Өфө районының Йоматау ауылынан Рәхилә Ғәлимйәнова булам. Беҙ “Үҙ йортом” республика програм­маһы буйынса Өфө районының Йоматау ауылында йорт һалып сыҡтыҡ. Әлегә бында мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла, йәштәргә эш урындары ла юҡ. Теләгем – мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсе­теп, баҡса үҫтереп, үҙ эшем­де асып ебәреү. Аш-һыуға ла оҫтамын. Бәлки, үҙемде кулинария өлкәһендә лә һынап ҡарар инем. Һора­уым шундай: ауыл ерендә баҡсасылыҡ, умартасы­лыҡ, ҡошсолоҡ менән шө­ғөлләнергә теләгән­дәр­гә субсидиялар, махсус прог­раммалар бар­мы? Миңә тәүҙә ҡай­ҙа мөрә­жәғәт итергә икән?
– Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Рәсәй кимә­лен­дә программа ҡа­бул ителгән, Баш­ҡорт­ос­тандың үҙенеке лә бар. Йыл һайын ил, республика, шулай уҡ муниципаль райондар бюджетынан ошо маҡсатҡа байтаҡ аҡса бүленә. Теләүселәр 300 мең һумға тиклем кире ҡайтарылмай торған субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Үкенескә ҡаршы, форсатты бик һирәк кеше ҡуллана. Күпселек һаман “Алма беш, ауыҙыма төш” тигән­дәй йәшәй. Һеҙгә бер генә йүнәлеште һайлап, әҙер проект менән Өфө районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәм.
– Хәйерле көн, Йомабикә Сәләхет­дин ҡыҙы. Һеҙгә Баймаҡ районынан шылтыраталар. Исемем Айзилә була. Ғаиләбеҙҙә 11 кеше: ирем, үҙем һәм балалар (дүртәүһен тәрбиәгә ал­ған­быҙ). Крәҫтиән (фермер) хужалығы асып, лизинг килешеүе буйынса трактор һатып алдыҡ, 100 гектар еребеҙ бар, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. 2011 йыл­да торлаҡ төҙөү буйынса федераль маҡсатлы программаға ярашлы сират­ҡа баҫтыҡ. Быйыл әлеге документтың атамаһы “2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” тип үҙгәртелде. Ошоғаса сиратта алтынсы булып килә инек, әлеге яңы програм­маның автомат­лаштырылған мәғлү­мәт системаһы ғаиләбеҙҙе 13-сө урын­­ға күсергән. Йәнәһе лә, закон – күп балалы ғаиләләр яғында. Ә беҙҙең ундай статусҡа хаҡыбыҙ юҡ, имеш – тәрбиәгә алған балаларым ҡануниәт алдында беҙҙеке һаналмай. Быны нисек аңларға?
– 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән “Торлаҡ” федераль маҡсатлы програм­маһы, ысынлап та, байтаҡ ғаиләнең, шул иҫәптән күп балаларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итте. “2014 – 2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте­нең 2013 йылдың 15 июлендәге 598-се ҡарары буйынса ауылда йәшәгән, унда хеҙмәт килешеүе нигеҙендә эшләп йөрө­гән йәки шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөл­ләнгән йәш ғаиләләргә һәм йәш белгестәргә өҫтөнлөк бирелә. Үкенескә ҡаршы, һеҙҙең йәшегеҙ үтеп киткән. Шулай ҙа, күп балалы ғаилә булараҡ, социаль түләүгә хоҡуғығыҙ һаҡлана, әммә оҙағыраҡ көтөргә тура киләсәк. Торлаҡтан башҡа льготаларығыҙ ҙа бар икәнен онотмай, сабырлыҡ һаҡлағыҙ.
– Алло! Кем менән һөйләшәм әле?
– Был – “Башҡортостан” гәзите ойош­торған “тура бәйләнеш”. Йомабикә Ильясова тыңлай һеҙҙе.
– Һаумыһығыҙ! Әбйәлил районы­ның Асҡар ауылынан Алһыу Усманова булам. Миңә – 35 йәш, бала саҡтан инвалидмын. Әбйәлил районы суды 2014 йылдың 18 февралендә миңә бер ай эсендә социаль найм буйынса торлаҡ бирергә тигән ҡарар сығарғайны. Башҡарыу ҡағыҙы – райондың суд приставтарында. Мин – Асҡар ауыл Советында ташламалы торлаҡҡа хоҡуҡлы, өҫтәүенә был хаҡта суд ҡарары булған берҙән-бер кешемен. Бынан тыш, Рәсәй Хөкүмә­тенең 2006 йылдың 16 июнендә ҡабул ителгән 378-се ҡарары исемлегендә ун хроник ауырыу бар. Мине йонсотҡан сир ҙә ошо иҫәптә. Уларға сираттан тыш торлаҡ бирелергә тейеш. Зинһар, ярҙам итһәгеҙ ине.
– Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына ярашлы сығарылған Хөкүмәт­тең ҡарары буйынса һеҙ, ысындан да, сираттан тыш торлаҡ алыу хоҡуғына эйә. Судтың ғәҙел хөкөмө лә – һеҙҙең фай­ҙаға. Әммә сиратҡа бик һуң – 2013 йыл­дың 29 майында ғына баҫҡанһығыҙ. 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем теркәлгән­дәр үҙ хәлдәрен федераль бюджет аша еңеләйтеп өлгөрһә, һеҙгә урындағы үҙ­ида­ра­лыҡ, Асҡар ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте генә ярҙам итә ала. Ысынбарлыҡта 2018 йылдан да иртәрәк торлаҡлы була алмаҫһығыҙ, моғайын.
– Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы, һаумыһығыҙ! Илдар булам. Һорау бирергә мөмкинме?
– Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ!
– Былтыр ғаиләбеҙгә ҡот өҫтәп, тағы бер ҡыҙыбыҙ донъяға килде. Белеүемсә, өсөнсө бала тыуғандан һуң беҙгә бушлай ер бире­лергә тейеш. Был турала мәғлүмәт алыр өсөн Өфө ҡалаһы хакимиәтенә мөрәжәғәт иткәс, һеҙгә ер биләмәһе бирелмәй тигән ки­ре яуап алдыҡ. Йәнәһе лә, өлкән ҡыҙы­быҙға 18 йәш тулған. Был Рәсәй зако­нына ҡаршы килә түгелме?
– “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, бер тапҡыр бушлай ер биләмәһе биреү бәлиғ булмаған өс һәм унан күберәк йәки инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән. Был хоҡуҡ­ҡа шулай уҡ бюджет өлкәһендә эшләүсе­ләр, торлаҡҡа мохтажлыҡ буйынса сиратта тороусылар, бер һәм унан күбе­рәк балалы торор урыны юҡ йәш ғаиләләр эйә.
– Һаумыһығыҙ, Йомабикә Сәләхет­дин ҡыҙы! Һеҙҙе Саҡмағош райо­ны­ның Яңыбирҙе ауылынан Алина Әғүнәғимова борсой. Ҡәйнәм вафат булғайны. Уның колхозда пай ере ҡалды. Уны хосусилаштырһаҡ, һата алабыҙмы? Колхоз бөтһә, файҙаһы тейерме икән?
– Ер пайы – дөйөм майҙандың өлөшө булған бүленмә. Өлөшләтә милек эйәләренең дөйөм йыйылышы, межалау, ерҙе иҫәпкә индереү һәм уға хоҡуғыңды теркәү кеүек юридик саралар аша үткән­дән һуң граждан ер пайы менән үҙе теләгәнсә файҙалана, шул иҫәптән мираҫҡа ҡалдыра йәки һата ла ала. Ер пайының ике төрлө юл менән мираҫҡа тапшырылыуы мөмкин. Тәүгеһен был донъянан киткән кеше артабан был мөлкәттең яҙмышын билдәләүсе васыят­намә ҡалдырған осраҡта файҙаланып була. Васыят ҡағыҙы бөтөн юридик та­лаптарға яуап бирерлек кимәлдә яҙылып, нотариус теркәүен үтһә, унда телгә алынғандарға ер хужаһының бөтөн хоҡуҡтары күсә. Пай еренә йәки уның билдәле киҫәгенә “мотлаҡ өлөш” тигән төшөнсә индерелеүе лә ихтимал. Мәрхүмдең бәлиғ булмаған балалары йәки ғаиләлә уның иҫәбенә йәшәгән кеше, шулай уҡ эшкә яраҡһыҙ ата-әсәһе, балаһы, ҡатыны йә ире, туғаны бар икән, улар васыятнамәгә индерелмәгән хәлдә лә закон буйынса “мотлаҡ өлөш”кә хоҡуҡлы. Закон сығарыусылар был ысул менән ауыр матди яҙмышҡа дусар ителгәндәрҙең мәнфәғәтен яҡлай. Уларға үҙ өлөштәренән баш тартһын өсөн баҫым яһауҙан да ҡотҡара был юл.
Васыятнамә ҡалдырылмаһа йәки яраҡ­һыҙ тип табылһа, шулай уҡ унда пай ере күрһәтелмәһә, мираҫҡа хоҡуҡ закон нигеҙендә күсә. Рәсәй Федерацияһы Граждандар кодексының 1141-се статья­һына ярашлы, мөлкәт туғанлыҡ яҡын­лығы дәрәжәһе буйынса сират нигеҙендә бүленә. Пай ере хосусилаштырылып өл­гөрмәһә, дәүләттеке һанала. Башҡортос­танда бушлай хосусилаштырыу 2012 йыл­да тамамланды. Шуға күрә документ­тарҙы иғтибар менән өйрәнергә кәңәш итәм.
– Алло, һаумыһығыҙ! Өфө ҡала­һынан Гөлнара шылтырата. Ғаиләмдә 10 йыл инде етем баланы тәрбиәлә­йем. Рәсми опекун булараҡ, үҙемде хоҡуҡһыҙ тәрбиәсе кеүек хис итәм. Баланы ҡарау өсөн тәғәйенләнгән аҡса һәм уның үҙенә билдәләнгән социаль пенсия ай һайын уның кенәгәһенә күсә. Баланы тәрбиәләү өсөн бүленгән аҡсаны йыл һайын опека бүлегенең рөхсәте менән генә банктан алабыҙ. Ә ни өсөн ошо 4-5 мең һум самаһы ғына аҡса баланың банкомат карточкаһына күсерелмәҫкә тейеш? Был йәһәттән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡану­ниәткә камил үҙгәреш индерә аламы?
– “Бағыусыларға баланың сығымдары өсөн аҡса түләү тәртибе һәм уның күләме тураһында”ғы, шулай уҡ “Баланы тәрбиә­гә алған ғаиләләрҙе аҡсалата бүләкләү һәм уларға социаль ярҙам күрһәтеү саралары тураһында”ғы Башҡортостан Рес­публикаһы закондарына ярашлы, бала­ның сығымдары өсөн аҡса ла, һеҙгә ҡараған өсөн аҡсалата бүләк тә һәр айҙың 15-се көнөнән дә ҡалмай опека бүлеге аша түләнергә йәки һеҙҙең рөхсәт менән почта аша йәшәгән ерегеҙгә ебәрелергә тейеш. Банкомат карточка­һына күсереү ҙә законға ҡаршы килмәй. Һеҙ был айҙа аласаҡ аҡса 3 февралдә үк күсерелгән.
– Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы, Ейәнсура яҡтарынан ҡайнар сәләм һеҙгә. Сәйфулла Шәмсетдинов булам. Бер фекеремде еткергем килә. Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Жириновский транспорт һалымын яғыу­лыҡ­ҡа күсереү хаҡында күптән һөй­ләй. Кемдер көнө-төнө машина­һында елдерә, икенселәр (беҙҙең кеүектәр) йылына бер-ике тапҡыр “тимер ат”ында йөрөһә лә, шул уҡ хаҡты түләргә тейеш. Владимир Вольфовичтың тәҡдимен ниңә беҙҙең депутаттар ҙа күтәреп сыҡмай икән?
– ЛДПР етәксеһе Владимир Жириновский был хаҡта 2009 – 2010 йылдарҙағы иҡтисади көрсөккә бәйле транспорт һалы­мын арттырыу зарурлығы тура­һында фекер алышыуҙар барышында белдер­гәйне. Ул саҡта бәхәс Рәсәй Федерация­һының Һалым кодексына үҙгәрештәр ин­де­реү буйынса закон проекты әҙер­лән­гәндә ҡупҡайны. 2011 йылда Дәүләт Ду­маһына яңы депутаттар һай­ланып, 5-се саҡырылыштың вәкәләттәре 6-сыһына күсте. Бөгөн был хаҡта һөй­ләшеү Ғабдул­ла Туҡайҙың “Шүрәле” әкиәтендә әйтел­гәнсә “Ҡыҫҡанға былтыр ҡысҡыралармы быйыл?” кеүек килеп сыҡмаҫмы?
— Һаумыһығыҙ! Бөрйәндән Зиннур Ғүмәров шылтырата. Мөмкин булһа, бер мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп үтһәгеҙсе. Өйләнгәнмен. Атай-әсәйем менән йәшәйбеҙ. Бынан бер нисә йыл элек ер алғайным, уны үҙ исемемә рәсмиләштерҙем. Күптән тү­гел өсөнсөгә балабыҙ тыуҙы. Беҙгә закон буйынса бушлай ер участкаһы бирелергә тейешме?
— Өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләргә закон буйынса, уларҙың торлаҡҡа мохтажлыҡ кисереү-кисермәүенә ҡарамайынса һәм шәхси милек итеп теркәлгән йәки бүтән формалағы ер биләмәһе булған осраҡта ла, үҙ йортон һалыу өсөн бушлай ер һис шикһеҙ бүленә (“Башҡортостан Респуб­ли­ка­һында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Закон, 2011 йылдың 20 майы һәм 28 сентябрендәге редакцияла).
— Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы, хәйерле көн! Шишмәнән Рөстәм Йәр­мөхәмәтов шылтырата. Һорауым мә­ға­риф тармағына ҡағыла. Башҡорт теле, әҙәбиәте дәреслектәре ифрат ҡатмарлы. Авторҙар араһында күпсе­лекте өлкән йәштәгеләр тәшкил итә. Был эште ни өсөн заманса фекерләгән йәш тел белгестәренә тапшырмаҫҡа?
— Был һорауҙы, әйҙәгеҙ, Башҡортос­тандың Мәғариф министрлығына йүнәл­тәйек.
— Алло! Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙын ишетергә мөмкинме?
— Эйе, мин тыңлайым.
— Һаумыһығыҙ! Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан Әкрәм Сәйет­ҡолов булам. Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы, юҡ ваҡытығыҙҙы бар итеп, ошондай сарала ҡатнашҡанығыҙға рәхмәт!
— Һаумыһығыҙ, Әкрәм ағай! Рәхмәт йылы һүҙҙәрегеҙгә. Ниндәй мәсьәлә борсой һеҙҙе?
— Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡа­сабаһында йәшәгән халыҡтың 90 проценты башҡорт һаналһа ла, урындағы мәктәптә уҡытыу урыҫ телендә алып барыла. Быны “Башҡортостан халыҡ­тары телдәре тураһында”ғы Законға ҡаршы килеү тип ҡабул итәм. Белем усаҡтарында уҡытыу үҙ телебеҙҙә булырға тейеш түгелме ни?
— Булмаһа, был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙе һорап, Сибай ҡалаһы хакимиә­тенең мәғариф идаралығы етәксеһе Ғаяз Хәсәновҡа шылтыратып алайыҡ... Ғаяз Әхмәҙулла улы, Арҡайымда уҡытыу баш­ҡорт телендә һәм башҡорт мәктәптәре программаһы буйынса алып барыла, тип белдерә. Урыҫ балалары башҡорт телен дәүләт теле кимәлендә өйрәнә, ти. Уның раҫлауына әлегә ыша­найыҡ, әммә яҡын арала был мәсьәләгә әйләнеп ҡайтып, дөрөҫләү кәрәгер шулай ҙа.
Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы Конституциялары, “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” һәм “Башҡортостан Республикаһында мәға­риф тураһында”ғы закондар, “Баш­ҡорт­ос­тан Республика­һы халыҡтары телдәре тураһында”ғы ҡа­нун һәр милләт вәкиленә туған телендә белем алыу, уны өйрәнеү өсөн мөмкин­лектәр бирә. Ата-әсәләр балаларын ниндәй телдә уҡытыуҙы үҙҙәре һайлай.
— Йомабикә ханым, хәйерле көн! Ейәнсура районы Юлдыбай ауылынан Әмир Уйылданов тигән кеше борсой һеҙҙе. Мин һеҙгә барлыҡ ауыл­даштарым исеменән шылтыратам. Эш шунда: пай ерҙәребеҙ бар, әммә бер файҙаһын да күрмәйбеҙ. Етмәһә, улар өсөн һалым түләйбеҙ. Әле еребеҙҙе “Ергән” МТС-ының урын­дағы филиалы эшкәртә. Һо­рау­сы, килешеү төҙөйөк тип әйтеүсе юҡ, тотто ла алдылар. Ауылдаштар менән берлектә йыйылыштар ҙа ойоштороп ҡараныҡ, һалымын булһа ла түләгеҙ, тибеҙ, әммә мәсьәлә һаман асыҡ ҡала. Был осраҡта нимә эшләргә? Закон беҙҙең яҡта икәнен беләбеҙ, тик ул беҙҙе яҡламай булып сыға.
— Белеүемсә, Юлдыбай ерҙәре арендаға “Ергән” МТС-ына түгел, ә урындағы бер кооперативҡа бирелгән. Әммә берәү ҙә пай ерен арендаға биреүсенең дә, алыусының да ике яҡлы мәнфәғәте күрһәтелгән, рәсми теркәлгән документтарһыҙ файҙалана алмай. Бәлки, килешеү пайсыларҙың дөйөм йыйылышында һайланған вәкил тарафынан төҙөлгәндер? Әгәр арендаға алыусы һеҙҙе ҡәнәғәтләндермәй икән, килешеүҙе һоратып алып, ауылдаштарығыҙ менән судҡа йәки прокуратураға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
— Һаумыһығыҙ, Нефтекаманан кооперативтар рәйестәре һәм ағзалары исеменән Гөлфәт Зиятдинов борсой. Ҡаланан ете саҡрым алыҫлыҡтағы урман эсендә халыҡтың дача-баҡсалары бар. Иҫәбе 1400-ҙән ашыу. Уларҙы үҙләштерә башлауға 40 йылға яҡын ваҡыт үтте. Һуңыраҡ баҡсаларға тиклем асфальт юл һалынғайны, бәләкәй генә Березовка тип аталған йылға аша еңел машиналар һәм йәйәүлеләр өсөн күпер ҙә төҙөлгәйне. Өс тиҫтә йылға яҡын ваҡыт эсендә был ҡоролмалар иҫкерҙе, юлға ла, күпергә лә ремонт талап ителә. Әммә был участкалар Краснокама районы биләмәһендә урынлашҡан, шуға ла бик ҙур ҡаршылыҡтарға юлығабыҙ. Ҡала — районға, район ҡалаға һылтана. Юлды быйыл көҙ исем өсөн төҙәттеләр (соҡор урындарына таш түгеп, тигеҙләнеләр). Күпер айырыуса хәүеф тыуҙыра. Бер яҡ ярҙағы нигеҙенән күсә башлаған был ҡоролма емерелһә, ниндәй зыян килере бил­дәһеҙ. Күперҙе төҙәтеү кооператив­тар­ҙың ғына көсөнән килмәй (90% пен­сионерҙар).
— Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Шамил Шакир улы был һорауға: “Баҡсалар, ысындан да, Краснокама районы биләмәһенә ҡарай. Шуға ла күперҙе төҙәтеү өсөн бюджет аҡсаһын тотона алмайбыҙ. Әммә быйыл, спонсорҙар йәлеп итеп, күперҙе тулыһынса төҙөкләндерәсәкбеҙ”, — тип яуап бирҙе. Үҙ сиратымда был мәсьәләне күҙ уңында тоторға вәғәҙә бирәм.
— Һаумыһығыҙ! Ҡырмыҫҡалы ра­йонынан булам. Бишауыл-Уңғар ауылын Һәүәләй почта бүлексәһе хеҙ­мәт­ләндерә. Һуңғы ике-өс йылда уның эше ныҡ хөртәйҙе. Бүлексәгә район үҙәгенән гәзит-журнал килтереп ауҙаралар ҙа һәр почтальон үҙенә кәрәген алып китә. Һөҙөмтәлә гәзит-журнал юғала. Кемдер уларҙы күберәк ала, тимәк, кемгәлер етмәй ҡала. Ә бүлексә етәксеһе барлығы нисә дана гәзит-журнал килергә тейешлеген дә белмәй. Һораһаң, “Был минең эш түгел”, тип кенә ебәрә. Ул башлыса газ, электр өсөн түләүҙәр ҡабул итә, кейем-һалым менән һатыу итә. Почта бүлексәһенең төп эше халыҡты гәзит-журналға яҙҙырыу һәм матбуғат баҫ­маларын ваҡытында таратыу түгелме ни?!
— Был һорау бөгөн һәр кемдә, бигерәк тә матбуғат баҫмаларының баш мөхәр­рирҙәрендә хәүефле уй-тойғолар уята. Элек беҙ: “Почта — гәзит-журналдың аяғы”, — ти торғайныҡ. Хәҙер ул аяҡ зәғифләнде. Ошо арҡала яҙма мәғлүмәт саралары уҡыусыларын юғалта. Уҙған йылдан бирле һәм әлегәсә Рәсәй поч­таһында көтөлгән үҙгәрештәр буйынса Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйы­лышы­ның Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы кимәлендә төрлө бәхәс­тәр бара. “Почта бәйләнеше тураһында” ҡанун проекты элекке закондағы “Рәсәй почтаһы”н акционерҙар йәмғиәтенә әй­лән­дереүҙе тыйған өлөшөн алып таш­лауҙы күҙаллай. Ә бит Петр I заманынан почта дәүләт структураһы булып килде. Әлбиттә, был өлкәлә күптән реформа талап ителә. Уның хәл ителмә­гән мәсьә­ләләре нисә йылдар инде матбуғат баҫмаларының үҫешен тотҡар­лап килә, уҡыусылар менән бәйләнешен өҙә.
Быйылдан “Рәсәй почтаһы” халыҡҡа гәзит-журнал таратҡан өсөн дәүләт суб­си­дияһы алыуҙан туҡтай. Был матбуғат баҫмаларының хаҡын күтәрергә мәжбүр итә.
Ҡырмыҫҡалы районына әйләнеп ҡайтҡанда, беҙ почта начальнигы Азамат Ғәйфуллин менән телефон аша әңгәмәләшеп алдыҡ. “Бишауыл-Уңғарҙы бик уңған почтальон хеҙмәтләндерә. “Гәзит-журнал юғала” тигән белдереү ғәҙәти ялыуға оҡшаған, һорау биреүсенең нигеҙле дәлилдәре юҡ. Бөгөн беҙҙең районда почта хеҙмәте, шул иҫәптән уның матбуғат менән бәйле өлөшө тейешле кимәлдә эшләй”, — тип тынысландырҙы етәксе.
— Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы, һаумыһығыҙ! Лариса Абдуллина шылтырата. Һеҙҙе Әҙәбиәт йылы менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ.
— Рәхмәт, Лариса! Мин дә һеҙҙе ҡотлайым, был – беҙҙең уртаҡ ҡыуанысы­быҙ.
— Һорауҙарым да ошо тармаҡтан булыр. Милли әҙәбиәт дәүләт дота­ция­һынан тыш йәшәй алмай. Баш­ҡортостан дәүләтселеген танытҡан башҡорт телендәге китаптарҙы баҫ­тырыу Әҙәбиәт йылында нисек тор­мошҡа ашырыласаҡ? Балалар әҙә­биәтен хәстәрләү закон кимәлендә көйләнмәҫме?
— Минеңсә, балаларға һәйбәт әҫәрҙәр яҙыу өсөн закон талап ителмәй. Китап сығарыуға килгәндә, ул беҙҙең республикала ғына түгел, ил кимәлендә төрлө һорауҙар уята. Рәсәй субъекттарының башҡарма власть органдарына Рәсәй Президенты Владимир Путин әҙәби китаптарҙы халыҡҡа еткереү бурысын ҡуйҙы. 2000 йылға тиклем китап баҫыу өлкәһендә һалым ташламалары бар ине. Ул балалар өсөн китаптарҙың күпләп сығыуына, таралыуына, мәктәп китапханаларын тулыландырыуға ҙур өлөш индергәйне. Бәлки, ошондай алымдарға кире әйләнеп ҡайтыу кәрәктер. Әҙәбиәт йылы башланып ҡына тороуға ҡарамаҫ­тан, китап сығарыуға, һатыуға бәйле мәсьәләләр үҙәк баҫмаларҙа көн дә тиерлек күтәрелә. Унда Дәүләт Думаһы депутаттары, ошо өлкәләге етәкселәр эшлекле тәҡдимдәр индерә, улар ара­һын­да закон менән көйләнеүҙе көт­кәндәре лә бар. Әҙәбиәт йылы киләсәктә һүҙ сәнғәте үҫешенә ныҡлы нигеҙ һалыр, тип өмөтләнәйек.

“Тура бәйләнеш”те
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА ойошторҙо.


Вернуться назад