Һылыулыҡ Ливанға еткерер11.02.2015
Ливанда үткәрелгән Халыҡ ара “Miss Europe World 2015” гүзәллек бәйгеһендә Рәсәй исеменән Өфө ҡыҙы Галина Лукина сығыш яһаясаҡ.
Европа илдәренән йыйылған 36 һылыу, билдәле дизайнерҙарҙың кейем өлгөләрен күрһәтеп, журналдар өсөн фотоға төшөп көс һынашасаҡ. Финалда һәр бәйгесенең милли костюмда сығыуы көтөлә.
22 йәшлек Галина Башҡорт дәүләт университетында V курста уҡый, “Мисс Башкортостан” агентлығы моделе. Матурлыҡ бәйгеләрендә даими ҡатнаша.