Бөрө асылғанға тиклем11.02.2015
Быйыл Башҡортостандың 8,1 мең гектар майҙанында ағас үҫентеләре ултыртыу планлаштырыла.
Урманды тергеҙеү эштәре 10,5 мең гектарҙан ашыу ерҙә алып барыласаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан. Эш апрель аҙағында – май баштарында, йәғни ағастарҙың бөрөһө асылғанға тиклем башланасаҡ.
Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы ойошмаларҙан тыш, биләмәләрҙе ҡуртымға алыусылар ҙа “йәшел ҡалҡан”ды тергеҙеү менән шөғөлләнәсәк. Быйыл улар 5 мең гектарҙа йәш ағас үҫентеһе ултыртырға тейеш.