Йәштәргә ныҡлы ҡеүәт11.02.2015
Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарынан дүрт фән кандидаты Рәсәй Президенты гранттарын алды. Сараның төп маҡсаты – йәш ғалимдарҙың ғилми-тикшеренеү эштәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеү.
Конкурста еңеүселәр араһынан Өфө дәүләт нефть техник университеты кафедраһы доценты Әнүәр Вәлиев сәнәғәт биналарын һәм ҡоролмаларын вибрация емерелеүенән һаҡлау темаһы буйынса эшләй. Йәш ғалим полиуретандан яңы тирбәлеү изоляторы уйлап тапҡан. Грант аҡсаһын ҡоролманы артабан камиллаштырыуға йүнәлтергә ниәтләй.
Ошо уҡ университеттан Александр Кишаловтың эше лә техник һәм инженер фәндәре өлкәһендә дәүләт яҡлауына лайыҡ булды. Хеҙмәт һауа-реактив двигателдәрен проектлауҙы автоматлаштырыуға бәйле. Нефть университетынан йәнә бер белгес – доцент Андрей Воробьев – “Мәғлүмәт-телекоммуникация системалары һәм технологиялары” тигән проекты менән танылһа, БДУ-нан Айгөл Манапова математика һәм механика өлкәһенә ҡағылышлы хеҙмәтенә юғары баһа алды.
Рәсәй Президенты гранттары ғәмәли тикшеренеүҙәр уҙғарыуға киткән сығымды финанслау өсөн ике йылға иҫәпләнеп бүленә. Фән кандидатына бирелгән аҡсаның күләме — йылына 600 мең һум, фән докторыныҡы иһә 1 миллион һум тәшкил итә.