Халыҡ ихтыяжын хәстәрләп11.02.2015
Журналисҡа кем менән генә аралашырға, ниндәй генә осрашыуҙа булырға тура килмәй! Тынғыһыҙ, яуаплы, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс һөнәр эйәһенең уңышы күпмелер кимәлдә геройына ла бәйле. Кисәге осрашыуҙың иһә сәбәпселәре лә, ҡунаҡтары ла фәҡәт киң мәғлүмәт саралары, матбуғат хеҙмәткәрҙәре булды. Башҡортостан журналистары йыйынына республика, ҡала һәм район гәзит-журналдары хәбәрселәре, төрлө ведомство, министрлыҡтарҙың матбуғат хеҙмәте вәкилдәре килде.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Эшлекле һәм иҡтисади журналистика ассоциацияһы ойошторған осрашыуҙа төп иғтибар үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш булдырыу мөһимлегенә ҡағылды. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа бындай саралар йыш ойошторола. Эшлекле, иҡтисади журналистиканы үҫтереү, төрлө тармаҡҡа ҡағылышлы хәбәрҙәрҙе уҡыусыға ваҡытында еткереү, киң мәғлүмәт саралары менән дәүләт ведомстволары, эре сәнәғәт һәм коммерция предприятиелары араһын яҡынайтыу йыш ҡына редакция менән матбуғат хеҙмәте мөнәсәбәттәренә ҡайтып ҡала ла инде. Мәлендә бирелгән фекер, өҫтәмә мәғлүмәт, етәкселәр менән бәйләнешкә инеүгә булышлыҡ итеү тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына тойолһа ла, һәр ҡайһыһы халыҡтың ихтыяжынан сығып эшләнә.
Йыйында ҡатнашыусылар төрлө мәсьәләгә арналған “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә лә фекер алышты.